ИҠТИСАД
27 Май 2023, 12:08

Сибайҙа Урал аръяғын үҫтереү дирекцияһы эш башланы

Уның төп бурыстары ниндәй?

Сибайҙа Урал аръяғын үҫтереү дирекцияһы эш башланыСибайҙа Урал аръяғын үҫтереү дирекцияһы эш башланы
Сибайҙа Урал аръяғын үҫтереү дирекцияһы эш башланы

"Урал аръяғы" Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика Үҫеш корпорацияһының яңы офисында - Урал аръяғын үҫтереү дирекцияһында булды.

Уның төп бурыстары - инвесторҙар йәлеп итеү, проекттарҙы, 2030 йылға тиклем Урал аръяғын социаль-иҡтисади үҫтереү стратегияһын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ ҡылыу.

Төбәк Үҫеш корпорацияһының генераль директоры Наил Ғәббәсов хәбәр итеүенсә, офис белгестәре инвесторҙар, бизнес-шәрифтәр һәм урындағы предприятиелар менән даими эш итәсәк.

Билдәләп үтәйек, Урал аръяғын социаль-иҡтисади йәһәттән үҫтереү стратегияһына 175 миллиард һумдан ашыу суммаға проекттар һәм саралар ингән.

Атап әйткәндә, документ төбәктең бер нисә өлкәлә үҫешен күҙ уңында тота. Улар - рекреацион сектор, ауыл хужалығы, социаль инфраструктура, индустриаль хәүефһеҙлек, транспорт. Сибай - Подольск - Новорудная тимер юлы линияһын, энергия менән тәьмин итеү объекттарын төҙөүгә, шулай уҡ туристик-рекреацион типтағы "Урал" махсус иҡтисади зонаһын булдырыуға айырыуса иғтибар бүленәсәк.

 

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас