

Башҡортостан Хөкүмәте хәбәр итеүенсә, «Урал аръяғы» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы башланыуға ике көн ҡалды: ул Сибай ҡалаһында 25-27 майҙа үтә.
Европа бизнесы ассоциацияһының генераль директоры Тадзио Шиллинг, «Урал аръяғы» - федераль һәм төбәк властарының, Рәсәй һәм сит ил бизнесының, инвесторҙарҙың һәм эксперттарҙың коммуникацияларын яҡлау өсөн мөһим майҙансыҡ, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Ул барыһын да инвестиция һабантуйында ҡатнашырға саҡырҙы!
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан