

Бөгөн Ҡазанда «Рәсәй — ислам донъяһы: KazanForum2023» халыҡ-ара иҡтисади форумы асылды. Уның эшендә Башҡортостан делегацияһы ла ҡатнаша. Республика экспозицияла үҙенең ҡаҙаныштары сағылдырылған ҙур стенд менән дә таныштыра.
Иртәгә «Рәсәй — ислам донъяһы: KazanForum2023» халыҡ-ара иҡтисади форумы эшендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡатнашыуы көтөлә, тип билдәләне ул. Ул сит ил, шул иҫәптән Ирандан, Төркиәнән, Азербайжандан партнерҙар менән эшлекле осрашыуҙар үткәрергә һәм пленар ултырышта ҡатнашырға йыйына. Бөгөн форумда ислам хеҙмәттәшлеге ойошмаһына ингән илдәр өсөн инвестиция мөмкинлектәре презентацияһы була.
Форум сараларында донъяның 85 иленән һәм Рәсәйҙең 84 төбәгенән 7 меңдән ашыу кешенең ҡатнашыуы көтөлә.