

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда 2023 йылдың I кварталында беренсел торлаҡ баҙарында бер квадрат метр уртаса 110,9 мең һум тәшкил иткән. Был уҙған йылдың IV кварталына ҡарағанда 3 процентҡа аҙыраҡ. лУл саҡта республикала бер «квадрат» 113,8 мең һумға баһаланды, тип хәбәр иттеләр «Башинформ»ға республика статистиктары.
Икенсел торлаҡ баҙарындағы уртаса хаҡтарға килгәндә, быйыл ғинуар-мартта бер квадрат метр 88,6 мең һум торған. Был 2022 йылдың IV кварталына ҡарағанда 0,9 процентҡа күберәк, тип йомғаҡ яһанылар Башстатта.