

Район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов ҡатнашлығында «Эшҡыуарлыҡ сәғәте” форматындағы сираттағы ултырышта яңы проект тәҡдим ителде.
Был юлы сираттағы «Эшҡыуарлыҡ сәғәте»ндә Орск ҡалаһынан Арман Башбаев ҡатнашты. Эшҡыуар 2018 йылдан алып үҙ эшмәкәрлеген алып бара, Ырымбур өлкәһендә юридик шәхестәргә күмәртәләп яғыулыҡ менән тәьмин итеү менән шөғөлләнә. Бөгөнгө көндә ул Хәйбулла районы биләмәһендә автомобиль яғыулыҡ ҡойоу станцияһын асыу мөмкинлеген ҡарай. Кәңәшмәлә ғариза биреүсегә проектты тормошҡа ашырыу өсөн ер участкалары варианттары тәҡдим ителгән, ҡануниәткә ярашлы ер участкаһын ҡуртымға алыу тәртибе аңлатыла.
Район биләмәһендә үҙ бизнесын асырға теләгәндәрҙең барыһын да Хәйбулла районы хакимиәтендә көтәләр. «Эшҡыуарлыҡ сәғәте»ндә ҡатнашыуға ғаризаны Башҡортостан Республикаһының Инвестиция порталында түбәндәге һылтанма буйынса ҡалдырырға мөмкин: https://investrb.ru/ru/business/business_support/business/ йәки алдан түбәндәге телефондар буйынса яҙылырға:(34758) 2-12-35, 2-18-99, 8-937-320-30-40.
Был сараларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы булдырылған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") милли проектына ярашлы атҡарыла.
Фото: Хәйбулла районы хакимиәте сайтынан.