ИҠТИСАД
28 Апрель 2023, 15:01

Афарин, Айгөл!

Айгөл Сирбаева баш ҡалала халыҡ-ара чемпионатта ҡатнашып, Гран-при яуланы!

Афарин, Айгөл!Афарин, Айгөл!
Афарин, Айгөл!

2023 йылдың 25-28 апрелендә Башҡортостан Республикаһының Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы булышлығында Өфөлә Халыҡ-ара матурлыҡ көндәре үтте. Уның сиктәрендә  ижади һәм амбициоз оҫталар өсөн «Алтын һыуһар» («Золотая куница») матурлыҡ һәм һаулыҡ индустрияһы асыҡ конкурсы ойошторолдо.

Ҙур конкурс майҙансығы төрлө йүнәлештәге бьюти-сфера белгестәрен берләштерҙе. Унда илдең 13 төбәгенән һәм 38 ҡалаһынан бәйгеселәр ҡатнашҡан. Был күләмле сарала Хәйбулла районы исеменән амбициоз эшҡыуар, "Beauty by Aigul"матурлыҡ студияһына нигеҙ һалыусы Айгөл Сирбаева сығыш яһаны.

Айгөл «Алтын Һыуһар» ҡаштарҙы биҙәү буйынса халыҡ-ара чемпионатта ҡатнашып, Гран-при яулауға өлгәште. Айгөлгә ижади уңыштар һәм яңы үрҙәр яулауын теләйбеҙ, ҡотлайбыҙ! 

Афарин, Айгөл!
Афарин, Айгөл!
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас