

Район хакимиәтендә кәсепселәр ҡатнашлығында "Урал аръяғы-2023" Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйына әҙерлеккә арналған кәңәшмә уҙҙы.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был сараның мәҙәни өлөшө Аҡъяр ауылының "Уңыш" стадионында үтә. Һөнәрселәр өсөн "Оҫталар урамы" күргәҙмә-йәрминкәһе ойошторола, унда Хәйбулла районының бөтә кәсепселәре һәм халыҡ художество кәсептәре вәкилдәре үҙ изделиеларын күрһәтә ала. Кәңәшмәлә сараны ойоштороу мәсьәләләрен тикшерҙеләр: урынлаштырыу схемаһы, инеү урыны, ярым тирмәләрҙе биҙәү, оҫталарҙың тышҡы ҡиәфәте һәм башҡалар.
Райондың бөтә оҫталарын Инвестиция һабантуйы сиктәрендә күргәҙмә-һатыуҙа үҙ изделиеларын күрһәтергә саҡыралар. Алдан яҙылыу өсөн район хакимиәтенең иҡтисад һәм инвестиция эшмәкәрлеге бүлегенә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Телефон: 2-18-99, 2-12-35.