Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
23 Март 2023, 20:26

Һәр шөғөлдөң нигеҙендә ныҡышмалы хеҙмәт ята

Шәхси эшҡыуар етештереү күләмен арттырырға иҫәп тота

Һәр шөғөлдөң нигеҙендә ныҡышмалы хеҙмәт ята
Һәр шөғөлдөң нигеҙендә ныҡышмалы хеҙмәт ята

Район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов ҡатнашлығында “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” форматындағы сираттағы ултырышта яңы проект тәҡдим ителде.

Рушана Ҡаҙаҡбаева 2018 йылдан шәхси эшҡыуар сифатында эшләй, парфюмерия һәм косметика сараларын етештереү һәм һатыу менән шөғөлләнә. Бөтә продукция ҡулдан эшләнә. Төп эште Рушана үҙе башҡара, ҡайһы берҙә тауарҙы төрөүҙә уға әхирәттәре һәм таныштары ярҙам итә. Ул профессиональ дизайнер, шуға күрә үҙенең әйберҙәренең тышҡы ҡиәфәтенә ҙур иғтибарлы бүлә, барыһын да ентекле уйлап эш итә. Күптән түгел Рушана билдәле маркетплейс менән эшләй башлаған. Етештереү күләмен арттырыу һәм изделиелар яһағанда брактарҙы кәметеү өсөн махсус ҡорамалдар һатып алырға кәрәк.

Бөгөн, район хакимиәтендә сираттағы "Эшҡыуарлыҡ сәғәте"ндә, эшҡыуарҙың ҡорамалдар һатып алыу өсөн ниндәй ярҙам саралары һәм ниндәй шарттарҙа файҙалана алыуы ҡаралды.  Район биләмәһендә үҙ бизнесын асырға теләгәндәрҙең барыһын да Хәйбулла районы хакимиәтендә көтәләр. «Эшҡыуарлыҡ сәғәте»ндә ҡатнашыуға ғаризаны Башҡортостан Республикаһының Инвестиция порталында түбәндәге һылтанма буйынса ҡалдырырға мөмкин: https://investrb.ru/ru/business/business_support/business/  йәки алдан түбәндәге телефондар буйынса яҙылырға:(34758) 2-12-35, 2-18-99, 8-937-320-30-40.

Был сараларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы булдырылған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") милли проектына ярашлы атҡарыла.

Фото: Хәйбулла районы хакимиәте сайтынан.

#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 
 
 
 
 
 
Һәр шөғөлдөң нигеҙендә ныҡышмалы хеҙмәт ята
Һәр шөғөлдөң нигеҙендә ныҡышмалы хеҙмәт ята
Һәр шөғөлдөң нигеҙендә ныҡышмалы хеҙмәт ята
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: