Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
22 Март 2023, 15:38

2022 йылда республикаға федераль бюджеттан 144 миллиард һум бүленде

-

2022 йылда республикаға федераль бюджеттан 144 миллиард һум бүленде
2022 йылда республикаға федераль бюджеттан 144 миллиард һум бүленде

Былтырғы йомғаҡтар буйынса Башҡортостан бюджетҡа кире ҡайтарылмай торған керемдәр күләме буйынса Рәсәй субъекттары араһында — етенсе, Волга буйы федераль округында беренсе урынға сыҡты. Дөйөм алғанда, республикаға 144 миллиард һум бүленгән, шуның 46,5 миллиарды туранан-тура предприятиеларға күскән. Был турала Башҡортостан хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

2021 йыл менән сағыштырғанда, уҙған осорҙа ғариза биреү кампанияһының һөҙөмтәлелеге 2,8% артып, 87% тәшкил иткән. Ғәмәлдә 140,3 миллиард һум аҡса үҙләштерелгән. Быйыл республиканан федераль финанслауҙы йәлеп итеүгә дөйөм суммаһы 76,5 миллиард һумлыҡ 93 ғариза йүнәлтелгән. Федераль үҙәк 53,3 миллиард һумлыҡ 72 ғаризаны, йәғни ғаризалар күләменең 69,7% хуплаған.

Бынан алдараҡ «Башинформ» быйыл республика ҡаҙнаһынан урындағы бюджеттарға финанс ярҙамының дөйөм күләме 100,5 миллиард һум тәшкил итәсәген хбәр иткәйне.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2023-03-22/v-2022-godu-bashkiriya-poluchila-iz-federalnogo-byudzheta-144-milliarda-rubley-3186940

 

Фото:Олег Яровиков.

Автор:
Читайте нас: