Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
20 Март 2023, 00:20

Әбүбәкер ауылы фермеры

Ир кешегә тейешле ғәмәлдәрҙе үтәп: йорт һалып, ағас ултыртып, өс ул үҫтереп гөрләтеп донъя көтә  Линар Әбүбәкеров #АйыҡАуыл2022

Әбүбәкер ауылы фермеры
Әбүбәкер ауылы фермеры

Линар Вәлитдин улы Әбүбәкеров мәктәпте тамамлағас, армия сафына алына.1984-86-сы йылдарҙа Афғанстан ерендә хеҙмәт итә. Армиянан ҡайтҡас Аҡъяр ауылындағы 110-сы һөнәрселек училищеһына уҡырға инеп слесарь, водитель һөнәренә эйә була.


1987 йылдан колхозға тракторсы булып эшкә урынлаша, Т-150 тракторында эшләй. Атаһы Вәлитдин Хәйретдин улы менән ҡуртымға ер алып кукуруз, көнбағыш үҫтерәләр.
2000 йылда үҙ крәҫтиән фермер хужалығын ойоштора. Игенселек менән малсылыҡ тармаҡтары буйынса эш башлай. Элекке колхоз фермаһынан арендаға бина алып тәүге 20 баш мал һатып алып эш башлай Вәлитдин Хәйретдин улы.


Ауылдаштарының ер пайҙарын йыйып алып баҫыуҙарҙы межевать итеп бойҙай, арпа, һоло сәсә. Ошо көнгәсә шул башлаған эше менән шөғөлләнә.
Ир кешегә тейешле бурыстарҙы үтәп: йорт һалып, ағас ултыртып, өс ул үҫтереп донья көтөп ята Линар Вәлитдин улы.


#ТрезвоеСело2022
#АйыҡАуыл2022

"Айыҡ ауыл -2022" - Әбүбәкер ауылы

 

Автор:
Читайте нас: