Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
19 Март 2023, 15:07

Гүзәл заттар ҡыҙыҡлы проекттар тәҡдим итте

Был юлы "Эшҡыуарлыҡ сәғәте"ндә Хәйбулла йүнселдәренең дүрт проект ҡаралды

Гүзәл заттар ҡыҙыҡлы проекттар тәҡдим итте
Гүзәл заттар ҡыҙыҡлы проекттар тәҡдим итте

Район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов ҡатнашлығында “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” форматындағы сираттағы ултырыштарҙа яңы проекттар тәҡдим ителде.

Аҡъяр ауылынан Айһылыу Әширова декрет ялында өйҙә ҡамырҙан төрлө ашамлыҡтар бешереү менән шөғөлләнә. Тәүҙә үҙенең туғандары өсөн әҙерләй, ләкин аҡрынлап хобби һөнәргә әүерелә бара. Ҡатын төрлө курстарҙы, интернетта видеодәрестәр ҡарай башлай һәм шул саҡта күп балалы әсәгә үҙмәшғүл булырға, торт һәм башҡа кондитер изделиеларын заказ буйынса бешерергә теләге тыуа. Әммә булған ҡорамалдар үҙ бизнесын башлау өсөн етмәй, шуға күрә Айһылыу бизнес-план әҙерләп, кәрәкле ҡорамалдар һатып алыуға эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген алып барыу өсөн адреслы социаль ярҙам алыу өсөн мәшғүллек үҙәгенә мөрәжәғәт итә.  «Эшҡыуарлыҡ сәғәте»ндә уға программаның шарттары менән таныштырып, документтар төҙөү мәсьәләләре буйынса консультация бирелгән.

Юлиә Зәйнәғәбдинова тормош иптәше менән 2017 йылдан алып байрамдарҙы һәм төрлө сараларҙы (туй, сығарылыш кисәләрен һәм башҡаларҙы) биҙәү өлкәһендә эшләй. Ире эштең техник яғы менән шөғөлләнә (деталдәрҙе ҡырҡыу, иретеп йәбештереү, конструкциялар эшләү һ.б.), ә Юлиә композициялар һәм фигуралар әҙерләй, һүрәттәр төшөрә. Ҡайһы саҡта уларға таныштары һәм дуҫтары ярҙам итә. Улар үҙ эштәрен бик сифатлы башҡара, шуға күрә заказдар күп килә, хатта башҡа райондарҙан һәм төбәктәрҙән мөрәжәғәт итәләр. Килгән бөтә заказдарҙы үтәү өсөн ҡайһы берҙә бөтөнләй ваҡыт етмәй, сөнки ҡайһы бер эштәр ҡулдан башҡарыла. Махсуслаштырылған станокты һатып алыу уларҙың эшен һиҙелерлек еңеләйтте һәм тиҙләтер, тип иҫәпләй йүнселдәр. «Эшҡыуарлыҡ сәғәте»ндә  уларға кәрәкле станоктар һәм материалдар һатып алыуға финанс ярҙамы алыу өсөн документтар тапшырыу программаһы тәҡдим ителде.

Бүребай ауылынан Эльза Середкина өйҙә кейем-һалымды ямау һәм ремонтлау менән шөғөлләнә, шулай уҡ балалар пальтоһы, пижамалар, ҡатын-ҡыҙ күлдәктәре һәм башҡа кейемдәр тегә. Әле ҡыҙ үҙмәшғүл статусында эшләй, ләкин шәхси эшҡыуар булырға ниәтләй. Эльза эштәренең фотоларын күрһәтеп, кейем тегеү нескәлектәре тураһында ентекләп һөйләне.

Аҡъяр ауылында йәшәүсе Әлфиә Шәйлина  йомортҡа һала торған тауыҡ үрсетеү буйынса проект тәҡдим итте. Был бизнесты алып барыу үҙенсәлектәре менән ҡатын ишетеп кенә таныш түгел, сөнки уның ҡошсолоҡ хужалығында эшләү тәжрибәһе бар. Бизнес башлау өсөн Әлфиә Әхәт ҡыҙы кросс тоҡомло тауыҡтар һәм инкубация ҡорамалдары һатып алырға ниәтләй. Әлеге ваҡытта ул адреслы социаль ярҙам алыу программаһы буйынса финанс ярҙамы алыуға конкурста ҡатнашыу өсөн документтар тапшырҙы.

«Эшҡыуарлыҡ сәғәте»нең ултырышында ҡаралған бөтә проекттар ҙа төрлө эшмәкәрлек өлкәләренә ҡарай - ауыл хужалығы, кондитер изделиелары етештереү, кейем тегеү, байрамдарҙы биҙәү - әммә уларҙы бер нәмә берләштерә: уларҙың барыһы ла яратҡан эшенең артабанғы үҫешен маҡсат итеп ҡуйған бик әүҙем һәм маҡсатҡа ынтылышлы кешеләр тарафынан ғәмәлгә ашырыла.  Район биләмәһендә үҙ бизнесын асырға теләгәндәрҙең барыһын да Хәйбулла районы хакимиәтендә көтәләр. «Эшҡыуарлыҡ сәғәте»ндә ҡатнашыуға ғаризаны Башҡортостан Республикаһының Инвестиция порталында түбәндәге һылтанма буйынса ҡалдырырға мөмкин: https://investrb.ru/ru/business/business_support/business/  йәки алдан түбәндәге телефондар буйынса яҙылырға:(34758) 2-12-35, 2-18-99, 8-937-320-30-40.

Был сараларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы булдырылған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") милли проектына ярашлы атҡарыла.

Фото: Хәйбулла районы хакимиәте сайтынан.

#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Гүзәл заттар ҡыҙыҡлы проекттар тәҡдим итте
Гүзәл заттар ҡыҙыҡлы проекттар тәҡдим итте
Гүзәл заттар ҡыҙыҡлы проекттар тәҡдим итте
Гүзәл заттар ҡыҙыҡлы проекттар тәҡдим итте
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: