Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
2 Март 2023, 15:26

Аҡъярҙа кафе асыу һәм халыҡҡа комплекслы көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү буйынса һөйләшеү булды

“Эшҡыуарлыҡ сәғәтендә” эшлекле проекттар тәҡдим итәләр

Аҡъярҙа кафе асыу һәм  халыҡҡа комплекслы көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү буйынса һөйләшеү булды
Аҡъярҙа кафе асыу һәм халыҡҡа комплекслы көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү буйынса һөйләшеү булды

Район хакимиәтендә үткән сираттағы “Эшҡыуарлыҡ сәғәтендә”   Оксана Исрафилова халыҡҡа комплекслы көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү буйынса проектты тормошҡа ашырыу өсөн инвестиция йәлеп итеү мәсьәләһе менән мөрәжәғәт итте. Ул косметик хеҙмәттәр күрһәтеү, байрам-тантаналарҙы биҙәү һәм башҡа эштәрҙе тормошҡа ашырырға планлаштыра. Был проектты бойомға ашырыу өсөн ҡорамалдар һәм материалдар һатып алыуға социаль контракт нигеҙендә адреслы социаль ярҙам алыуға документтар тапшырылған.

Линара Супанова район үҙәгендә кафе асырға теләй. Бының өсөн ул эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген тормошҡа ашырыу өсөн социаль контракт нигеҙендә адреслы социаль ярҙам алыуға документтар тапшырырға ниәтләй. Алынған субсидияға йыһаз, ҡорамалдар һатып алырға, бинаны ҡуртымға алған өсөн түләүгә йүнәлтергә күҙаллай.

“Эшҡыуарлыҡ сәғәтендә”  инвестиция проекттарына дәүләт ярҙамы күрһәтеү варианттары буйынса тәҡдимдәр өҫтөндә эшләргә ҡарар ителде.



Администрация Хайбуллинского района

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас: