Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
25 Февраль 2023, 10:41

Хәйбулла йүнселдәре шәхси эштәрен киңәйтә

Был юлы "Эшҡыуарлыҡ сәғәте"ндә Хәйбулла йүнселдәре ике проект тәҡдим итте

Хәйбулла йүнселдәре шәхси эштәрен киңәйтә
Хәйбулла йүнселдәре шәхси эштәрен киңәйтә

Хәйбулла районында Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты буйынса (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) районда маҡсатлы эш алып барыла. 

Район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов ҡатнашлығында “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” форматындағы сираттағы ултырышта Бүребай ауылында  икмәк изделиелары етештереү һәм банкет залы хеҙмәттәрен күрһәтеүҙе киңәйтеү буйынса проекттар тәҡдим ителде.

Ринат Ибраһимов ҡатыны менән бер нисә йыл икмәк бешереп, уны урындағы магазиндар аша һата. Продукция ауылдаштарында ҙур ихтыяж менән ҡуллана, шуға күрә үҙ бизнесын артабан үҫтерергә ҡарар итә. Әммә бының өсөн яңы, ҡеүәтлерәк ҡорамалдар һатып алырға кәрәк. Ринаттың үҙенең икмәкханаһын да төҙөргә ниәте бар. Кәңәшмәлә ғариза биреүсегә ҡорамалдар һатып алыу өсөн финанс ярҙамы алыуға конкурстарҙа ҡатнашырға тәҡдим ителде, шулай уҡ икмәкхана өсөн бина төҙөү өсөн ер участкалары варианттары ла тәҡдим ителде.

Тимур Абдрахманов үҙенең ауылында банкет залы асҡан, ул төрлө байрамдар һәм саралар үткәреү өсөн ҡуртымға бирелә. Килеүселәр өсөн уңайлыраҡ шарттар тыуҙырыу өсөн бинаны яңыртыу талап ителә. Уға финанс ярҙамы алыу өсөн төрлө конкурстарҙың варианттары тәҡдим ителгән.

Был сараларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы булдырылған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") милли проектына ярашлы атҡарыла.

Фото: Хәйбулла районы хакимиәте сайтынан.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас: