Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
19 Февраль 2023, 20:08

"Йәшәге һәм эшләге килгән ҡалаға әйләндерергә тейешбеҙ"

Сибайҙа Башҡортостан Хөкүмәте  Премьер-министры  Андрей Назаров бер нисә ҙур проект тураһында һөйләне. Шуларҙың береһе – “Сибай – Подольск – Яңы Руда” тимер юлы төҙөлөшө. 

"Йәшәге һәм эшләге килгән ҡалаға әйләндерергә тейешбеҙ"
"Йәшәге һәм эшләге килгән ҡалаға әйләндерергә тейешбеҙ"

18 февралдә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров эш сәфәре менән Сибай ҡалаһында булды.

Премьер-министр Сибай ҡала Советы кәңәшмәһендә, былтырғы йыл һөҙөмтәләренә арналған тантаналы сарала ҡатнашты һәм бер нисә социаль объектты ҡараны.

Ҡала советы кәңәшмәһен асып, Андрей Назаров былтырғы йыл һөҙөмтәләренең иҡтисадтың һәм социаль өлкәнең тотороҡло үҫешен дәлилләүе тураһында әйтте.

- Сибайҙа сәнәғәт етештереүен элекке кимәлдәге кеүек һаҡлап ҡалып булды. Үҙетештереү тауарҙары – 98,8, шул иҫәптән сәнәғәт секторында 98,1 процент тәшкил итте. Торлаҡ төҙөлөшө күләме 40 проценттан ашыуға артты (19 мең квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырылды). 12 километр юл, шул иҫәптән Индустриаль шоссе һәм Төйәләҫ ҡасабаһындағы юл ремонтланды. Бәйләнеш операторы менән берлектә Сибай – Аҡъяр трассаһының 100 километрҙан ашыу өлөшөн тотороҡло мобиль бәйләнеше менән тәьмин иттек, - тине Андрей Назаров.

Муниципаль берәмектәр хакимиәттәре эшмәкәрлеге һөҙөмтәлелеген төбәк баһаламаһы буйынса Сибай демографик һәм социаль үҫеш буйынса беренсе урынды биләй. Ҡалала республикала эшһеҙлек буйынса иң түбән кимәлдәрҙең береһе. Мәҙәниәт һәм мәғариф ойошмаларының матди-техник базаһын нығытыу дауам итә: былтыр Сибай филармонияһын төҙөкләндереү дауам итте. Дүрт йылда 540 миллион һумдан ашыу аҡса йәлеп ителгән. 6-сы мәктәпте үҙгәртеп ҡороуға проект документтарын эшләү ҡаралған.

- Сибай Урал аръяғының баш ҡалаһы булды һәм шулай булып ҡала. Уның “система барлыҡҡа килтергән” роле 2030 йылға тиклем Урал аръяғы үҫеше стратегияһында нығытылған. Уның сиктәрендә инвестициялар күләме 176 миллиард һум тирәһе булған 69 сығанаҡ сараны тормошҡа ашырыу ҡаралған, - тип билдәләне Премьер-министр.

Андрей Назаров Стратегияға ҡараған бер нисә ҙур проект тураһында һөйләне, тип хәбәр итте республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте. Уларҙың береһе – “Сибай – Подольск – Яңы Руда” тимер юлы төҙөлөшө. Уның оҙонлоғо – 160 километр тирәһе. Тағы бер проект – 500 киловольт көсөргәнешле яңы ярҙамсы станцияны сафҡа индереү.

- Сибай үҫеш өсөн ҙур перспективаларға эйә. Алдыбыҙҙа – ҡатмарлы мәсьәләләр, уларҙың уңышлы тормошҡа ашыуы һәр беребеҙгә бәйле. Беҙ Сибайҙы йәшәге һәм эшләге килә торған ҡалаға әйләндерергә тейешбеҙ, - тине Андрей Назаров.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министр Рөстәм Моратов үҙ докладында инвестиция әүҙемлегенә баҫым яһаны. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, һуңғы өс йылда Сибайҙа инвестиция һалыуҙар тотороҡло үҫешә – был ваҡытта инвестициялар күләме 80 процентҡа артҡан.

Былтырғы эш һөҙөмтәләе буйынса кәңәшмәлә ҡала хакимиәте башлығы Азамат Юлдашбаев, ҡала Советы рәйесе Владимир Косарев һәм Рәсәй Эске эштәр министрлығының Сибай буйынса бүлеге етәксеһе Ришат Баймырҙин сығыш яһаны.

 

 

Фото һәм сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/news/20215/

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас: