Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
12 Февраль 2023, 15:58

Башҡортостан Германияға 22 тонна ҡарабойҙай оҙатҡан

-

Башҡортостан Германияға 22 тонна ҡарабойҙай оҙатҡан
Башҡортостан Германияға 22 тонна ҡарабойҙай оҙатҡан

Башҡортостандан Германияға 22 тонна ҡарабойҙай оҙатылған, тип хәбәр иттеләр республика буйынса Россельхознадзор идаралығынан. Ҡарабойҙай Ғафури районы баҫыуҙарында үҫтерелгән.

«Энтомологик, гербологик һәм микологик тикшереү һөҙөмтәләре буйынса ҡарабойҙайҙа карантин матдәләре асыҡланмаған. Продукция импортлаусы илдең карантин фитосанитар талаптарына яуап бирә. Идаралыҡ тарафынан фитосанитар таныҡлыҡ бирелгән. Сит ил контрагентына бер партияһы ебәрелгән», — тип өҫтәнеләр идаралыҡтың матбуғат хеҙмәтендә.

Алдан хәбәр ителеүенсә, 2022 йылда республика ауыл хужалығы предприятиелары 400 мең тонна төрлө продукция экспортлаған. Аҡса йәһәтенән экспорт күләме 291 миллион доллар тәшкил итә, был 2021 йылғы кимәлдә.

Экспорт продукцияһының күпселеген, йәғни 66,4 процентын май-нефть сәнәғәте продукцияһы биләй. Экспорт структураһында ҡалған өлөшө майлы культураларға, спирттарға, балға, иген культураларына, ит-һөт ризыҡтарына тура килә.

 

Сығанаҡ:Башкортостаным/яңылыҡтар

Автор:
Читайте нас: