Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
10 Февраль 2023, 14:27

Республикала социаль әһәмиәтле аҙыҡ-түлеккә хаҡ юғары булмай

-

Республикала социаль әһәмиәтле аҙыҡ-түлеккә хаҡ юғары булмай
Республикала социаль әһәмиәтле аҙыҡ-түлеккә хаҡ юғары булмай

Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы коллегияһы барышында меморандумға ҡул ҡуйылды. Уға ярашлы, ҙур сауҙа селтәрҙәре йыл дауамында социаль әһәмиәтле тауарға хаҡты 15 проценттан күберәк күтәрмәҫкә килеште. Башҡортостан Сауҙа ассоциацияһы рәйесе урынбаҫары, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Фәрит Ғиндуллин әйтеүенсә, бындай килешеү былтыр ҙа ғәмәлдә булған. Шуға аҙыҡ-түлеккә хаҡ ныҡ артмаған.

 Социаль әһәмиәтле аҙыҡ-түлек исемлегенә икмәк, һөт ризыҡтары, ярмалар, барлығы 32 төр тауар инә.

 

Сығанаҡ: https://bash.news/bash/news/194388

Автор:
Читайте нас: