

Хәйбулла районы хакимиәтендә уҙған "Эшҡыуарлыҡ сәғәте" кәңәшмәһендә икмәкхана асыу буйынса инвестиция проекты ҡаралды. Проекттың инициаторы - Иҫәнгилде ауылынан биш бала әсәһе Эльвира Зәйнәғәбдинова. Бөгөнгө көндә ҡатын ире менән шәхси ярҙамсы хужалыҡ алып бара. Шулай уҡ Эльвира торт бешереү менән мауыға.
"Эшҡыуарлыҡ сәғәте"нә Эльвира Ишбулды ҡыҙы Иҫәнгилде ауылында икмәкхана асыуҙа ярҙам һорап килә, бында ул икмәк, бәлеш бешерергә һәм бишбармаҡ өсөн туҡмас әҙерләргә ниәтләй. Ул бындай производстволарҙа ҙур эш тәжрибәһенә эйә. Кәңәшмәлә уға икмәкхана урынлаштырыу өсөн бина варианттары тәҡдим ителде, ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы ҡуртымға биреү тәртибе аңлатылды. Шулай уҡ финанс ярҙам алыу өсөн төрлө программаларҙа ҡатнашырға тәҡдим ителде. Вазифалы кешеләргә тикшерелгән инвестиция проектын тормошҡа ашырыуҙа булышлыҡ итеү буйынса йөкләмәләр бирелде.
Был "Эшҡыуарлыҡ сәғәте"нең быйылғы тәүге кәңәшмәһе булды. Уҙған йылда дөйөм суммаһы 230,5 миллион һум тәшкил иткән 72 проект ҡаралған, шуларҙың 11,4 миллион һумлыҡ 22 проект тормошҡа ашырылған. Ғәмәлдәге һәм потенциаль эшҡыуарҙарҙы "Эшҡыуарлыҡ сәғәте" форматындағы аҙналыҡ кәңәшмәләрҙә ҡатнашырға саҡырабыҙ. Бының өсөн һылтанма (https://investrb.ru/ru/business/business_support/business/) буйынса Башҡортостан Республикаһының Инвестиция порталында ғариза тултырырға йәки 8(34758) 2-12-35, 2-18-99, 89373203040 телефондары буйынса алдан яҙылырға кәрәк.
фото:Хәйбулла районы хакимиәте.