ИҠТИСАД
28 Ноябрь 2022, 16:55

Радий Хәбиров - Ырымбур өлкәһендә

  

Радий Хәбиров - Ырымбур өлкәһендәРадий Хәбиров - Ырымбур өлкәһендә
Радий Хәбиров - Ырымбур өлкәһендә

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөгөн Ырымбурҙа Рәсәйҙең һәм Ҡаҙағстандың Төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумында ҡатнаша. Сара башланыр алдынан ул Ырымбур өлкәһе губернаторы Денис Паслер менән осрашты һәм транспорт, юл инфраструктураһы өлкәһендә хеҙмәттәшлекте нығытыу мәсьәләләрен тикшерҙе.

«Өфө менән Ырымбур араһында тимер юл бәйләнеше һәйбәт темптар менән үҫешә. Пассажирҙарға заманса һәм уңайлы «Орлан» поезы бик оҡшай. Был эшҡыуарлыҡты һәм туризмды үҫтереүгә лә булышлыҡ итә», - тине Радий Хәбиров.

Ырымбур өлкәһе губернаторы Денис Паслер иҡтисадтың һәм социаль өлкәнең төрлө тармаҡтарында Башҡортостан менән хеҙмәттәшлекте үҫтереүҙең яҡшы мөмкинлектәрен билдәләне.

 

 

Радий Хәбиров - Ырымбур өлкәһендә
Радий Хәбиров - Ырымбур өлкәһендә
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас