ИҠТИСАД
21 Ноябрь 2022, 13:56

“Һөҙөмтәләр яҡшы, барыһына ла рәхмәт”

     

“Һөҙөмтәләр яҡшы, барыһына ла рәхмәт”“Һөҙөмтәләр яҡшы, барыһына ла рәхмәт”
“Һөҙөмтәләр яҡшы, барыһына ла рәхмәт”

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә республикала малсылыҡты үҫтереү тураһында яҙып сыҡты.

“Йәрмәкәй районында “Семен-Макар” малсылыҡ комплексы төҙөлөшөн тамамланыҡ. Һөт малсылығы өлкәһендәге был ҙур проектты “ЭкоНива” холдингы тормошҡа ашырҙы.

Проектҡа инвестицияның дөйөм күләме 3,1 миллиард һумдан ашыу тәшкил итте, унда 128 эш урыны булдырылды. Әйткәндәй, хеҙмәткәрҙәрҙең яртыһынан күберәге – 40-тан йәшерәктәр. Предприятиела хеҙмәт шарттары һәйбәт, социаль өлкәгә һәм уңайлы мөхиткә ҙур иғтибар бирелә.

2800 баш һыйыр аҫралған Башҡортостандағы заманса һөтсөлөк фермаларының береһендә тәүлегенә 87 тонна һөт һауа башлағандар ҙа инде.

Был проектты 2019 йылдың сентябрендә “Инвестиция сәғәте”ндә ҡарағайныҡ, компания ғәмәлдәге программалар нигеҙендә мал һәм ҡорамалдар һатып алыуға һалым ташламаһы һәм субсидия алды.

Биш йыл элек кенә Башҡортостанда һыйырҙары күп булған, малды ҡарауҙа заманса технологиялар ҡулланылған ошондай ҡеүәтле заманса һөт комплекстары эшләүен күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын ине.

Әле республикала һөтсөлөк фермалары асыуға һәм һөт эшкәртеүгә йүнәлтелгән 23 проектты тормошҡа ашырабыҙ. Уларҙың дөйөм хаҡы – 26 миллиард һум. Күпселеге – юғары әҙерлек кимәлендә, тормошҡа ашырыуға планлаштырылған хаҡтың яртыһынан ашыуы йүнәлтелгән дә инде.

Проекттарҙың бер өлөшө тормошҡа ашырыла башланы, һөҙөмтәлә төбәктә юғары сифатлы тәбиғи һөт етештереү күләме арта. Республиканың 15 ҙур предприятиеһы йыл башынан алып уҙған йылға ҡарата 38 мең тоннаға күберәк һөт биргән (23%). Ғинуарҙан алып Башҡортостанда тауар һөтөнөң күләме 643 мең тонна (уҙған йылға ҡарата 100,2 процент) тәшкил итә.

Һөҙөмтәләр яҡшы, барыһына ла рәхмәт”, – тип яҙған Радий Хәбиров.

Фото: vk.com/radiyhabirov

Сығанаҡ: vk.com/radiyhabirov

 

 
 
 
“Һөҙөмтәләр яҡшы, барыһына ла рәхмәт”
 
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас