ИҠТИСАД
21 Ноябрь 2022, 13:59

Был карта Башҡортостандың үҫеше өсөн кәрәк

Өфөлә 14 – 17 декабрҙә Халыҡ-ара бизнес аҙналығы үткәреләсәге тураһында сайтта хәбәр иткәйнек инде. Бөгөн Башҡортостандың үҫеш корпорацияһы ошо форум алдынан үткәрелгән эштәргә йомғаҡ яһаны.

Был карта Башҡортостандың үҫеше өсөн кәрәкБыл карта Башҡортостандың үҫеше өсөн кәрәк
Был карта Башҡортостандың үҫеше өсөн кәрәк

Халыҡ-ара бизнес аҙналығы алдынан Үҫеш корпорацияһы үҙ эшенә йомғаҡ яһаны.

Өфөлә 14 – 17 декабрҙә Халыҡ-ара бизнес аҙналығы үткәреләсәге тураһында сайтта хәбәр иткәйнек инде. Бөгөн Башҡортостандың үҫеш корпорацияһы ошо форум алдынан үткәрелгән эштәргә йомғаҡ яһаны.

“2021 йылдың декабрендә үткәрелгән Халыҡ-ара бизнес аҙналығы сиктәрендә буш инвестиция майҙансыҡтары буйынса виртуаль тур ойошторҙоҡ, барлыҡ ҡатнашырға теләгәндәр уларҙың төп үҫенсәлектәре буйынса онлайн-форматта таныша алды. Төркиә вәкилдәре өсөн “Алға” махсус иҡтисади зонаһы буйынса виртуаль экскурсия үткәрҙек. Төбәк етәкселеге, спикерҙар һәм форумда ҡатнашыусылар билдәләгәнсә, бындай сара инвесторҙың беҙҙең төбәккә килеүен еңеләйтәсәк”, – тине Үҫеш корпорацияһының генераль директоры Наил Ғәббәсов.

Инвестиция майҙансыҡтары буйынса ошондай экскурсияларҙан тыш, Корпорация Һанлы үҫеш министрлығы менән берлектә республиканың инвестиция картаһын да төҙөй.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас