

Башҡортостанда «Туризм өсөн ер» федераль проекты сиктәрендә туристарҙа ҡыҙыҡһыныу уятасаҡ объекттарҙа инфраструктура булдырыу һәм ер ресурстарын асыҡлау буйынса эшсе төркөмдөң беренсе ултырышы үтте. Сарал барышында тәүге биш ер участкаһын туристик эшмәкәрлеккә йәлеп итеү тураһында ҡарар ҡабул ителә.
Шуларҙың өс ер участкаһы Мәләүез районында, Нөгөш һыуһаҡлағысы эргәһендә урынлашҡан, ҡалған икәүһе Ғафури районында, Красноусол минераль сығанаҡтары һәм “Усолка” һәм “Алыҫ Төлкәс” геологик киҫелештәре янында урынлашҡан.
— Проекттың маҡсаты — туристар өсөн иң ҡыҙыҡлы объекттарҙы асыҡлау, инфраструктура төҙөү өсөн уңайлы объекттарҙы һәм биләмәләрҙе асыҡлау. Был проектты тормошҡа ашырыу өсөн Башҡортостан пилот төбәге тип һайланды, — тине Башҡортостан Республикаһы буйынса Росреестр идаралығы етәксеһе Петр Клец.
Башҡортостандың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская билдәләүенсә, тиҙ арала ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған туристик урындар тураһында мәғлүмәт Росреестрҙың (pkk.rosreestr.ru) Йәмәғәт Кадастр картаһында «Туризм өсөн ер» бүлегендә урынлаштырыласаҡ. Яңы хеҙмәт «Төҙөлөш өсөн ер» сервисына оҡшаш буласаҡ.
Башҡортостанда "Туризм өсөн ер" проектын тормошҡа ашырыу тармаҡҡа яңы инвесторҙар йәлеп итеү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырасаҡ, яңы биләмәләрҙе үҙләштереү һәм камиллаштырыуҙы маҡсат итеп алған.
Фото һәм мәғлүмәт сығанағы Башҡоростан Хөкүмәте сайтынан алынды.