ИҠТИСАД
19 Ноябрь 2022, 15:26

Өфөлә - Халыҡ-ара эшҡыуарлыҡ аҙнаһы

Быйылғыһы 14 – 17 декабрҙә  үткәрелә.

Өфөлә - Халыҡ-ара эшҡыуарлыҡ аҙнаһыӨфөлә - Халыҡ-ара эшҡыуарлыҡ аҙнаһы
Өфөлә - Халыҡ-ара эшҡыуарлыҡ аҙнаһы

14 – 17 декабрҙә Өфөлә Халыҡ-ара эшҡыуарлыҡ аҙнаһы үткәрелә.

Был сара Рәсәй һәм сит илдәр бизнес берҙәмлектәрен берләштерәсәк. Форум алдынан Үҫеш корпорацияһы бер йыл элек сарала презентацияланған эш йүнәлештәре буйынса һығымталар яһаны.

- Былтыр декабрҙә үткәрелгән Эшҡыуарлыҡ аҙнаһына ярашлы, беҙ төбәктәге буш инвестиция майҙансыҡтары буйлап виртуаль турҙар үткәрҙек. Улар ярҙамында ҡатнашыусылар төп баһаламалар менән онлайн форматта таныша алды, - тине республиканың Үҫеш корпорацияһы генераль директоры Наил Ғәббәсов, тип хәбәр итте республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.

Бөгөнгә ведомство белгестәре тарафынан 650 панорамалы съемка һәм 1560 буш майҙан үткәрелгән. Уларҙың күбеһе виртуаль турҙарҙа сағылыш тапҡан.

Инвестиция майҙансыҡтары буйлап виртуаль экскурсияларҙы формалаштырыуҙан тыш, Үҫеш корпорацияһы республиканың Һанлы үҫеш министрлығы менән берлектә Башҡортостандың инвестиция картаһын да эшләй.

Фото: pravitelstvorb.ru

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас