ИҠТИСАД
18 Ноябрь 2022, 11:48

Эшҡыуарҙарға йәшел ут!

Муниципаль район хакимиәтендә үткән сираттағы “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” лә проекттарға бай булды.

Эшҡыуарҙарға йәшел ут!Эшҡыуарҙарға йәшел ут!
Эшҡыуарҙарға йәшел ут!

Эшҡыуарҙарға йәшел ут!

Муниципаль район хакимиәтендә үткән сираттағы “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” лә проекттарға бай булды.  Мәҫәлән, Айгөл Ғафарова Аҡъярҙа мини-кафеһы һәм  уйын зонаһы булған балалар өсөн күңел асыу үҙәге асырға теләй.  Ул “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”нә  бина төҙөү өсөн ер участкаһы эҙләү маҡсатында мөрәжәғәт итте. Кәңәшмәлә уға  район үҙәгендә  ер участкаларынан тыш, биналарҙы ҡуртымға алыу варианттары тәҡдим ителде һәм ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы ҡуртымға участка алыу тәртибе буйынса аңлатма бирелде.

Һамар ауылынан Анатолий Курушин биҙәкләп тимерҙән ҡапҡалар, бәүелсәктәр, беседка, баҫҡыс, ҡоймалар һәм башҡа әйберҙәр эшләй. Ул үҙмәшғүлдәр иҫәбенә инә. Оҫтаға әйберҙәрҙе сифатлы һәм тиҙ эшләү өсөн һанлы программа менән эшләгән заманса станок кәрәк. Һөнәрсе проектты тормошҡа ашырыуға финанс ярҙамы алыу өсөн Башҡортостан Республикаһы Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығына халыҡ художество кәсептәре һәм һөнәрҙәре өлкәһендәге проекттарҙы бойомға ашырыуға субсидия алыу өсөн конкурс буйынса һайлап алыуға документтар тапшырған.

Кәңәшмәлә ошо инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итеү буйынса күрһәтмәләр бирелде. 

https://vk.com/district_haibulla

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас