ИҠТИСАД
16 Ноябрь 2022, 07:10

Башҡортостанда инвесторҙар өсөн һалым льготаһы бер йылға оҙайтыла

-

Башҡортостанда инвесторҙар өсөн һалым льготаһы бер йылға оҙайтылаБашҡортостанда инвесторҙар өсөн һалым льготаһы бер йылға оҙайтыла
Башҡортостанда инвесторҙар өсөн һалым льготаһы бер йылға оҙайтыла

17 ноябрҙә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының пленар ултырышында депутаттар «Ойошмалар табышына һалымдың түбәнәйтелгән һалым ставкаһын билдәләү тураһында» республика законының 1-се статьяһына үҙгәрештәр индергән закон проектын ҡарай. Был хаҡта Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Закон проекты Башҡортостан Хөкүмәте менән өҫтөнлөклө инвестиция проектын ғәмәлгә ашырыу шарттары тураһында инвестиция килешеүе төҙөгән ойошмалар өсөн республика ҡаҙнаһына күсерелергә тейешле ойошмалар табышына һалымдың түбәнәйтелгән ставкаһын (12,5%) тағы бер йылға оҙайтырға тәҡдим итә.

Республика парламенты спикеры Константин Толкачев фекеренсә, законды тормошҡа ашырыу республика бюджетына 150 миллион һумға барып баҫа, әммә предприятиеларҙың тотороҡло эшләүе һәм инвестиция пландарын ғәмәлгә ашырыу иҫәбенә көтөлгән иҡтисади һөҙөмтә күпкә юғарыраҡ булырға тейеш.

1 ноябргә Башҡортостандың өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегендә 769,8 миллиард һумлыҡ инвестиция күләме менән 293 проект иҫәпләнә. Уларҙы бойомға ашырыу 33,9 мең яңы эш урыны булдырыуҙы күҙ уңында тота.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-11-16/v-bashkirii-na-god-prodlyat-nalogovuyu-lgotu-dlya-investorov-3031697

Автор:Роман Якимчук.
Фото:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы.
Автор:
Читайте нас