

Аҡъяр менән Сибайҙы тоташтырған 100 саҡрымлыҡ төбәк автомобиль юлы участкаһы юғары тиҙлекле мобиль элемтә менән тәьмин ителде.
Быйыл Башҡортостан Хөкүмәте «Сибай-Аҡъяр» автомобиль юлы участкаһы буйлап төп мобиль элемтә станциялары төҙөлөшөн финансларға ҡарар иткәйне. Проектҡа ярашлы, подрядсыға ҡабул итеү-тапшырыу аппаратураһы менән дүрт системалы комплекс ҡуйырға кәрәк ине. Әлеге ваҡытта бөтә эштәр тамамланған, хәҙер Сибайҙан Аҡъярға тиклем автомобиль юлы 2, 4 G стандартында кәрәҙле элемтә сигналы менән 95 процентҡа ҡапланған.
Яңы телеком-ҡорамалдар ҡуйыу һөҙөмтәһендә 100 саҡрымдан ашыу оҙонлоҡтағы төбәк автомобиль юлы участкаһында, шулай уҡ трассаға яҡын урынлашҡан дүрт тораҡ пунктта кеҫә телефоны элемтәһе һәм юғары тиҙлекле мобиль интернет барлыҡҡа килде. Яңы база станцияларының барлыҡҡа килеүе Хәйбулла районының Яңы Украинка, Вәлит һәм Комсомол ауылдарында тәүге тапҡыр мобиль элемтә барлыҡҡа килде.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Президенты Владимир Путин күп тапҡырҙар автомобиль юлдары буйлап бәйләнеш проблемаһына һәм һанлы инфраструктураны үҫтереү, һанлы иҡтисад шарттарын тормошҡа ашырыу маҡсатында уны мобиль операторҙар менән хеҙмәттәшлектә хәл итеү кәрәклегенә иғтибар йүнәлтте.
Фото: Хәйбулла районы хакимиәте сайтынан.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан