ИҠТИСАД
15 Ноябрь 2022, 03:59

Маҡсат – халыҡтың финанс ғилемен үҫтереү

14 ноябрҙән “ФинЗож Фест-2022” марафоны уҙғарыла.

Маҡсат – халыҡтың финанс ғилемен үҫтереүМаҡсат – халыҡтың финанс ғилемен үҫтереү
Маҡсат – халыҡтың финанс ғилемен үҫтереү

Башҡортостандың Финанс министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 14 ноябрҙән илдең барлыҡ төбәктәрендә Бөтә Рәсәй һаҡлыҡҡа йыйылған аҡса аҙналығы уҙғарыла. Ул “ФинЗож Фест-2022” Рәсәй марафоны булараҡ яңы форматта үткәрелә.

Сараның федераль операторы – Рәсәй Финанс министрлығының Ғилми-тикшеренеү финанс институты.

– “ФинЗОЖ Фест-2022” финанс хәүефһеҙлеге һәм финанс ғилеме мәсьәләләре буйынса халыҡтың киң ҡатламдарын мәғлүмәтләштереүҙе арттырыу. Марафон арауыҡта уҙғарыла. Шуға күрә ҡыҙыҡһынғандарҙың бөтәһе лә үҙе теләгән ваҡытта һәм биләмәлә файҙалы мәғлүмәт алыу мөмкинлегенә эйә, – тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – финанс министры Лира Иғтисамова.

Сара видеояҙмаларҙы - эксперттарҙан һәм финанс блогерҙарынан файҙалы лайфхактарҙы, уҡыусылар һәм ата-әсәләр өсөн финанс ғилеме буйынса квесты үҙ эсенә ала. Марафон тураһында тулыраҡ мәғлүмәт менән https://моифинансы.рф һылтанмаһы буйынса МОИФИНАНСЫ.РФ порталында танышырға була.

Фото: pravitelstvorb.ru/news/19429/

Сығанаҡ: Башҡортостан Хөкүмәте.

Автор:"Башҡортостан" гәзите
Читайте нас