ИҠТИСАД
13 Ноябрь 2022, 18:05

Башҡортостан Ҡытайға һөт ризыҡтары экспортын арттырҙы

    

Илдә Президент Владимир Путиндың 2018 йылдағы май указы нигеҙендә барлыҡҡа килгән "Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт" милли проекты (национальный проект "Международная кооперация и экспорт") уңышлы тормошҡа ашырыла. Ул йылына 45 миллиард доллар аҡса килтерергә тейеш. Башҡортостан был йүнәлештә әүҙем эш алып бара.

Мәҫәлән, Мәләүез ҡалаһының һөт комбинаты продукцияһы Ҡытай баҙарында ышаныслы нығына бара, тип хәбәр итә "Россельхознадзор"ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы матбуғат хеҙмәте.

Ҡалай банкаларға тултырылған киптерелгән һөттөң тәүге партияһы Ҡытайға йыл уртаһында оҙатылған. Таҙа тәбиғи аҙыҡ илдең ҡулланыусылары күңеленә хуш килгән. Октябрь аҙағында комбинат Ҡытайға инде өсөнсө партияны оҙатҡан, ул 19 мең 343 килограмм, йәғни 43 мең самаһы банка тәшкил итә.

Һөт етештереүсе бөтә кәрәкле тикшереү сараларын үтеп, “Цербер” федераль системаһының экспортерҙар реестрына һәм Ҡытайға экспорт рөхсәт ителгән Рәсәй һөт предприятиелары исемлегенә индерелгән.

Фото: rsn-rb.ru

#ВладимирПутин

#национальныепроекты#нацпроекты

#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас