

“Башҡорт баҡырында” 40 метрлыҡ вышка ҡуйылды
“Башҡорт баҡыры” йәмғиәте барлыҡ үҙ объекттарында тотороҡло бәйләнеш булдырҙы. Сәнәғәт предприятиеһында 40 метрлыҡ телекоммуникация вышкаһы ҡуйылған. Яңы радиомачта барлыҡ объекттарҙа телефон, радио һәм интернет бәйләнештәренең тотороҡлолоғон тәьмин итә. Әйткәндәй, был мачтаға видеокүҙәтеү камералары һәм өҫтәмә яҡтыртыу прожекторҙары ла ҡуйырға мөмкин.