ИҠТИСАД
2 Ноябрь 2022, 11:19

Лайыҡлы награда менән ҡотлайбыҙ!

Һамар ауылынан фермер Әмир Шәйәхмәтов республиканың иң юғары наградаһы - Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн ордены менән бүләкләнде  

Лайыҡлы награда менән ҡотлайбыҙ!Лайыҡлы награда менән ҡотлайбыҙ!
Лайыҡлы награда менән ҡотлайбыҙ!

Быйылғы йыл аграрийҙарҙы бик ҡыуандырҙы. Ныҡышмалы хеҙмәт, ергә булған һөйөү һәм, әлбиттә, һауа шарттарының яҡшы булыуы ауыл хужалығы культураларынан мул уңыш алыу мөмкинлеге бирҙе. Быйыл иген культураларының тулайым йыйымы 5,2 миллион тоннанан ашты. Гектар ҡеүәте лә тос булды. 1986 йылдан башлап тәүге тапҡыр ошондай күләмдә уңыш алынды. Байрам саралары “Торатау” Конгресс-холлында тантаналы рәүештә асылды. Байрам уңайынан бер төркөм хеҙмәт батырҙарына дәүләт наградалары тапшырылды. Бүләкләнеүселәр араһында хакимиәт башлыҡтары, ойошмалар етәкселәре, ябай эшселәр булды.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Илшат Фәзрахманов быйылғы йылдың ауыл хужалығы тармағы өсөн бик уңышлы булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

–Уңыштың нигеҙе – орлоҡ. Быйыл сәселгән орлоҡтоң 10 проценты элиталы һәм супер-элиталы булды. Минераль ашламаларҙы етәрлек күләмдә алдыҡ. Тағы ла мһим бер фактор – ауыл хужалығы техникаһын яңыртыу. Ғеүәтле техникаярҙамында уңышты баҫыуҙарҙан юғалтыуһыҙ йыйып алдыҡ. Бөтөн агротехник саралар ваҡытында башҡарылы, - тине Илшат Илдус улы.

Бер төркөм бүләкләнеүселәр араһында Һамар ауылынан фермер Әмир Шәйәхмәтов та бар. Ул Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн ордены менән наградланды. Ҡотлайбыҙ!

 

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.

Автор:Лилия Нуретдинова
Лайыҡлы награда менән ҡотлайбыҙ!
Лайыҡлы награда менән ҡотлайбыҙ!
Автор:"Башҡортостан" гәзите
Читайте нас