ИҠТИСАД
1 Ноябрь 2022, 09:10

2023 йылда 18 төбәк авиарейсын субсидиялау күҙаллана

Федераль һауа транспорты агентлығы 2023 йылда субсидияланырға тейешле маршруттар исемлеген раҫланы.

2023 йылда 18 төбәк авиарейсын субсидиялау күҙаллана2023 йылда 18 төбәк авиарейсын субсидиялау күҙаллана
2023 йылда 18 төбәк авиарейсын субсидиялау күҙаллана

Федераль һауа транспорты агентлығы 2023 йылда субсидияланырға тейешле маршруттар исемлеген раҫланы. 2023 йылдың 1 ғинуарынан 308 йүнәлеш буйынса осоштар башҡарған 17 авиакомпания – ошо программаны ғәмәлгә ашыра, ә махсус тариф буйынса 4 миллиондан ашыу билет һатыла башлай. Маршруттар исемлеге агентлыҡ сайтында баҫылған.

Субсидия бүленгәндәр араһында – 18 маршрут. Улар – Әстрхан, Волгоград, Красноярск, Минвод, Омск, Нарьян-Мар, Түбәнге Новгород, Новосибирск, Грозный, Махачкала, Пермь, Һамар, Төмән ҡалаларынан Өфөгә рейстар. Өфөнән Салехардҡа, Надымға, Ноябрьскиға, Ханты-Мансиға, Силәбегә осоштар субсидиялана.

Төбәк һауа юлдарында пассажирҙар ташыуҙы субсидиялау программаһы Рәсәй Хөкүмәтенең 2013 йылдың 25 декабрендәге 1242-се ҡарарына ярашлы ғәмәлгә ашырыла. 2023 йылда уны үтәү өсөн федераль бюджеттан 9 миллиард һум аҡса бүленгән.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-11-01/v-2023-godu-planiruetsya-subsidirovanie-18-regionalnyh-aviareysov-s-posadkoy-v-ufe-3011317

Автор:Роман Якимчук.
 
Фото:Ксения Калинина.
Автор:
Читайте нас