ИҠТИСАД
26 Октябрь 2022, 09:45

Транспорт һалымы тураһында иң көнүҙәк һорауҙарға яуаптар

2021 йылдың яҙында килешеү буйынса машинамды һаттым. Тик һалым квитанцияһында бер йылға иҫәпләнгән транспорт һалымы суммаһы күрһәтелгән. Был дөрөҫмө?

Транспорт һалымы тураһында иң  көнүҙәк һорауҙарға яуаптарТранспорт һалымы тураһында иң  көнүҙәк һорауҙарға яуаптар
Транспорт һалымы тураһында иң көнүҙәк һорауҙарға яуаптар

--2021 йылдың яҙында килешеү буйынса машинамды һаттым. Тик һалым квитанцияһында бер йылға иҫәпләнгән транспорт һалымы суммаһы күрһәтелгән. Был дөрөҫмө?

--Шуны иҫтә тотоғоҙ: автомобилдең яңы хужаһы  машинаны һатып алғандан һуң, 10 тәүлек эсендә яҙырға тейешле ғаризаһы нигеҙендә  ЮХХДИ органы милеккә хоҡуҡ күсеүгә бәйле теркәү мәғлүмәттәренә үҙгәрештәр индерә. Әгәр ҙә яңы хужа автомобилде тейешле тәртиптә һәм ваҡытта  теркәмәһә, элекке хужаһына  транспорт сараһын теркәүҙе туҡтатыу тураһында ғариза яҙып, ЮХХДИ подразделениеһына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Бындай ғариза  машинаны һатҡандан һуң, 10 көн эсендә бирелергә тейеш. Ғаризаға ҡушып автомобилдең һатылыуы тураһында документты ла тапшырыу талап ителә. Һалым органына ЮХХДИ-нан  элекке хужаға транспорт сараһы теркәлеүе туҡтатылыу тураһында мәғлүмәт бирелгәндән алып, уға һалым квитанцияһы ебәрелмәй.

Артыҡ һалым түләмәҫ өсөн һалым түләүсенең Шәхси  кабинеты сервисы аша  милектә торған объекттар тураһында мәғлүмәтте тикшереп тороу зарур. Теләгән бер һалым органына йәки күп функциялы үҙәккә мөрәжәғәт итеп, Шәхси кабинетҡа теркәлергә мөмкин, шулай        уҡ  дәүләт хеҙмәте порталы пароле менән Шәхси кабинетҡа инергә була.

Рәсәй федераль һалым хеҙмәте идаралығы

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас