ИҠТИСАД
21 Октябрь 2022, 05:21

Ни өсөн элиталы автомобилдәр тартып алынған?

Башҡортостанда суд приставтары менән берлектә  рейд барышында БМВ Х6, НИССАН TEANA, ИНФИНИТИ QX60, ЛЕНД РОВЕР DISCOVERY кеүек автомобилдәр хужаларына тәгәрмәсле “аттарынан” айырылырға тура килгән. 

Ни өсөн элиталы автомобилдәр тартып алынған?Ни өсөн элиталы автомобилдәр тартып алынған?
Ни өсөн элиталы автомобилдәр тартып алынған?

Элиталы автомобилдәр һалым буйынса бурыстары өсөн һатыла!

Республикабыҙ халҡының һалым дисциплинаһы йылдан-йыл күтәрелә. 2022 йылдың башында ғына мөлкәт һалымы буйынса бурыслылар һаны 292 мең кешегә кәмегән. Шуның менән бергә 9 айҙа бурыс суммаһы өстән бер өлөшкә (900 миллион һум) кәмегән.

Әммә әле булһа республика бюджетына һалым бурыстары күләме борсоуға һала. Халыҡтың транспорт һалымы буйынса 1,2 млрд. һум самаһы бурысы йыйылған. Транспорт һалымының республика бюджетын тулыландырыуын һәм тулыһынса юлдарҙы төҙөкләндереүгә йүнәлтелеүен оноторға ярамай.

 Бурыслылар араһында элиталы автомобиль хужалары ла бар, уларға һалымдарҙы түләргә шәхси яуапһыҙлыҡ ҡына ҡамасаулай. Һалым хеҙмәткәрҙәре һәм приставтар уларға айырыуса иғтибар бүлә. Заманса технологиялар бурыслыларҙың транспорты ҡайҙа тороуын асыҡ күрһәтә һәм уларға мәжбүри түләү сараларын ҡулланырға ярҙам итә.

Суд приставтары менән берлектә сираттағы рейд барышында БМВ Х6, НИССАН TEANA, ИНФИНИТИ QX60, ЛЕНД РОВЕР DISCOVERY кеүек автомобилдәр хужаларына тәгәрмәсле “аттарынан” айырылырға тура килде, сөнки улар 2 млн. һумға яҡын бурыс йыйған. Тартып алынған бындай мөлкәт бурыстарҙы ҡаплау иҫәбенә һатыласаҡ.

Һалым түләүҙе иртәгәге көнгә күсергән һайын, граждандарға тағы ла күберәк түләргә тура киләсәк. Сөнки пеня, дәүләт пошлинаһы, башҡарыу йыйымы көн һайын арта бара.

 Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 1 декабрь физик берәмектәрҙең 2021 йыл өсөн мөлкәт һалымын түләү ваҡыты. Һалым түләмәгән граждандар автоматик рәүештә бурыслылар категорияһына күсә. Өҫтәмә сығымдар кеҫәгә һуҡмаһын өсөн һалымды ваҡытында түләргә кәңәш итәбеҙ. Ваҡытығыҙҙы һәм аҡсағыҙҙы экономиялағыҙ - һалымдарҙы ваҡытында түләгеҙ! Быны Рәсәй Федераль һалым хеҙмәте сайтында, дәүләт хеҙмәттәре порталында, банктың йәки почтаның теләһә ниндәй бүлексәһендә эшләргә мөмкин.

 Башҡортостан Республикаһы буйынса Рәсәй Һалым хеҙмәтенең район-ара инспекцияһы.

Межрайонная инспекция ФНС России №4 по Республике Башкортостан

 

 

 

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас