

Башстат 18 октябргә ҡарата ҡулланыусылар кәрзинендәге төп аҙыҡ-түлеккә хаҡтар динамикаһын күрһәтте. Әле ситуация аҙ үҙгәрә. Үткән аҙнала нимәгә хаҡтар төшкән, шулар был аҙнала күтәрелеүе-төшөүе мөмкин.
Мәҫәлән, бер аҙна элек 1 кг кәбеҫтәнең хаҡы ике аҙна элеккенән 0,7%-ҡа кәмерәк булды. Ә бына был аҙна башында ул 6 процентҡа —1 һумға артты (йомғаҡлап әйткәндә 1 кг кәбеҫтәне уртаса хаҡы 20 һум тирәһе).
Үткән аҙнала 15 процентҡа артҡан помидорҙар хаҡы тағын 4% (йәки 2,2 һумға) артты; хәҙер уның уртаса хаҡы — 86 һум/1 кг).
Ҡыярға ла хаҡтар күтәрелә: үткән аҙнаның +3,4 процентына тағы ла +2,8% өҫтәлә. Һөҙөмтәлә 76,4 һум/1кг.
Картуфҡа хаҡтар бер аҙна бер урында торғандан һуң яйлап арта башланы: +7 тин (26,27 һум/1кг). Кишер 29 тингә артҡан (26,1 һум/1 кг).
Икенсе аҙна рәттән шоколадлы кәнфиттәргә хаҡтар төшә - хәҙер инде 11 һумға, һөҙөмтәлә ул 375 һум/1кг. Балалар аҙығы ла шулай — иттән булған 36 һумға төшкән (һөҙөмтәлә 1001 һум/1 кг), емеш-еләктән — 70 тингә (523 һум/1 кг).
Бер аҙ хаҡы төшкән һөйәкле ит аҙна башына йәнә артҡан: һыйыр ите — 3 һумға (487 һум/1кг), сусҡа ите —2,3 һумға (288 һум/1кг). Тауыҡҡа хаҡтар 1 һумға артҡан (165 һум/1кг һыуытылған һәм туңдырылған тауыҡ ите).
«Ҡара» һәм «һоро» икмәккә хаҡтар 15 тингә артты, аҡ икмәк һәм күмәскә 19 тингә төштө.
Башинформ.