ИҠТИСАД
15 Октябрь 2022, 15:07

"Башҡорт баҡыры"нда иң яҡшы токарҙәр билдәләнде

   

"Башҡорт баҡыры"нда иң яҡшы токарҙәр билдәләнде"Башҡорт баҡыры"нда иң яҡшы токарҙәр билдәләнде
"Башҡорт баҡыры"нда иң яҡшы токарҙәр билдәләнде

"Башҡорт баҡыры" предприятиеһында токарҙәр араһында бәйе ойошторолдо. Конкурста ҡатнашыу өсөн үҙ вәкилдәрен тау-технология ҡорамалдары цехы, ремонт-механика цехы һәм байыҡтырыу фабрикаһы ебәрҙе.

Байтаҡ ҡатнашыусылар бындай сараларҙа күп тапҡыр үҙ көсөн һынаны, шуға күрә теоретик һорауҙарға ла улар ышаныслы яуап бирҙе. Бәйге практик этапта әүҙемләште, унда деталде эшкәртеү, һырҙы ҡырҡыу һәм уны подшипник ултыртыу өсөн әҙерләү талап ителде. Бында ҙур тәжрибә лә, теүәл күҙ үлсәгесе лә, заданиены үтәү тиҙлеге лә кәрәк булды.

Теоретик һәм практик этаптар йомғаҡтары буйынса иң яҡшыһы тип байыҡтырыу фабрикаһы токаре Роман Абрашин билдәләнде. Ул иң күп мәрәй йыйҙы, һәм рекордлы ваҡыт эсендә - 9 минутта практик эште атҡарған. Икенсе урында - фабриканың тағы ла бер вәкиле, былтыр ошо конкурста еңеүсе Арбэн Халиҡов. 3-сө урында - ремонт-механика цехы токаре Мөнир Иҙелбаев. Ул Халиҡов кеүек үк мәрәй йыйған, әммә уға деталдәрҙе эшкәртеү өсөн күберәк ваҡыт талап ителгән.

Бөтә еңеүселәр ҡиммәтле бүләктәр, шулай уҡ һөнәри оҫталыҡтары өсөн ай һайын эш хаҡына өҫтәмә алды. 

 

 

фото һәм мәғлүмәт:"Башҡорт баҡыры"

"Башҡорт баҡыры"нда иң яҡшы токарҙәр билдәләнде
"Башҡорт баҡыры"нда иң яҡшы токарҙәр билдәләнде
"Башҡорт баҡыры"нда иң яҡшы токарҙәр билдәләнде
"Башҡорт баҡыры"нда иң яҡшы токарҙәр билдәләнде
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас