ИҠТИСАД
13 Октябрь 2022, 09:33

Хәйбулла аграрийҙары Мәскәүҙә булды

Илебеҙҙең баш ҡалаһында “Агросалон-2022” халыҡ-ара  форум үтте

Хәйбулла аграрийҙары Мәскәүҙә булдыХәйбулла аграрийҙары Мәскәүҙә булды
Хәйбулла аграрийҙары Мәскәүҙә булды

«АГРОСАЛОН-2022» халыҡ-ара махсус ауыл хужалығы техникаһы күргәҙмәһендә ҡатнашыу өсөн Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығы тарафынан инженер хеҙмәте һәм ҡыҙыҡһынған фермерҙар иҫәбенән делегация ойошторолдо.

 Мәртәбәле сара барышында «Россельмаш»,  Гомсельмаш,  Брянсксельмаш,  Петербург трактор заводы кеүек ҙур заводтар, техника менән тәьмин итеү вәкилдәре менән осрашыу уҙҙы.  Шулай уҡ импортты алмаштырыу инструменты,  «Росагролизинг»тың махсус тәҡдимдәре һәм урындрҙа техника һатып алыу буйынса килешеүҙәр төҙөү кеүек  мәсьәләләр ҡаралды.

 Форумда Хәйбулла районы ауыл хужалығы етештереүселәренең ҙур делегацияһы ла ҡатнашты.

Сығанаҡ: https://vk.com/khaybullinskiyrayon

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас