Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
14 Сентябрь 2022, 09:59

«Транспорт һәм төҙөлөш» халыҡ-ара конгресында Белоруссиянан «Евровидение» конкурсанты сығыш яһаясаҡ

19, 20 һәм 21 сентябрҙә Өфө бөтә Рәсәйҙән һәм сит ил партнерҙарынан транспорт һәм төҙөлөш өлкәһендәге профессионалдарҙы йәлеп итеү үҙәгенә әүереләсәк. Беренсе «Төҙөлөш һәм транспорт» халыҡ-ара конгресы Рубежная урамы, 178-се йортта, Ворлдскилз чемпионаты майҙансығында үтәсәк. Конгресс программаһы бай эшлекле программанан, күргәҙмә өлөшөнән тора һәм, әлбиттә, өфөләр һәм баш ҡала ҡунаҡтары форумдың мәҙәни-күңел асыу өлөшөн баһалаясаҡ.

«Транспорт һәм төҙөлөш» халыҡ-ара конгресында Белоруссиянан «Евровидение» конкурсанты сығыш яһаясаҡ
«Транспорт һәм төҙөлөш» халыҡ-ара конгресында Белоруссиянан «Евровидение» конкурсанты сығыш яһаясаҡ

«Транспорт һәм төҙөлөш» халыҡ-ара конгресы күргәҙмәһендә 100-ҙән ашыу уникаль коммуналь һәм юл техникаһы, 80-гә яҡын ретро-автомобиль күрһәтелә.

Өфөләр һәм республика халҡы «тәмле» фестивалдәрҙе яратып өлгөрҙө лә инде. Яңыраҡ ҡалала «Есть!» гастрономия байрамы үтте, унда 100 меңдән ашыу кеше ҡатнашты. Конгресс программаһында гастрофестиваль билдәләнгән, унда иң яҡшы ресторандар һәм дөйөм туҡланыу нөктәләре фестиваль ҡунаҡтарына һәм ҡатнашыусыларына ҡунаҡсыл Башҡортостандың кулинария мөмкинлектәре менән танышыу мөмкинлеге бирә!

Конгресҡа Белоруссиянан алты билдәле ижади коллектив ингән делегация килә. Конгрестың мәҙәни программаһында ҡатнашыусылар араһында:

  • Алена Ланская - Беларусь Республикаһының атҡаҙанған артисы, «Славян баҙары-2011» гран-приһы, 2013 йылда Евровидениела Беларусь вәкиле;
  • Ксения Галецкая - «Славян баҙары 2019» гран-приһы, «Sanremo Junior 2021» (Италия) гран-приһы, һәләтле йәштәргә ярҙам итеү буйынса Беларусь Республикаһы Президенты фонды лауреаты;
  • Елисей Касич - «Славян баҙары 2022» балалар конкурсының гран-приһы, «Голос. Дети» проекты финалисы, һәләтле йәштәргә ярҙам итеү буйынса Беларусь Республикаһы Президенты фонды лауреаты;
  • Иван Здонюк - «Славян баҙары 2019» фестиваленең көмөш призёры, «Йылдың иң яҡшы йырсыһы» номинанты, танылған йырсы һәм композитор, һәләтле йәштәргә ярҙам итеү буйынса Беларусь Республикаһы Президенты фонды лауреаты.

Конгресс майҙансығының ҙур сәхнәһендә үтәсәк киң фестиваль программаһында Башҡортостандың иң яҡшы коллективтары ла ҡатнашасаҡ.

Күргәҙмәгә килеүселәр өсөн автобус маршруты һәм «Декатлон» магазины янында туҡталыш ойошторола, унда «Конгресс паркы» майҙансығы биләмәһенә инеү урыны була.

 
 
«Транспорт һәм төҙөлөш» халыҡ-ара конгресында Белоруссиянан «Евровидение» конкурсанты сығыш яһаясаҡ
«Транспорт һәм төҙөлөш» халыҡ-ара конгресында Белоруссиянан «Евровидение» конкурсанты сығыш яһаясаҡ
Автор:"Молодежная газета"
Читайте нас: