Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
14 Сентябрь 2022, 09:50

Өфөлә тәүге тапҡыр «Транспорт һәм төҙөлөш» халыҡ-ара конгресы уҙғарыла

   

Өфөлә тәүге тапҡыр «Транспорт һәм төҙөлөш» халыҡ-ара конгресы уҙғарыла
Өфөлә тәүге тапҡыр «Транспорт һәм төҙөлөш» халыҡ-ара конгресы уҙғарыла

Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев социаль селтәрҙәге сәхифәһендә сара тураһында һөйләне.

18 сентябрҙән 22 сентябргә тиклем Өфөлә тәүге тапҡыр «Транспорт һәм төҙөлөш» халыҡ-ара конгресы уҙғарыла. Сара «Конгресс» паркы биләмәһендә уҙғарыла. Конгрестың партнер иле - Беларусь Республикаһы.

Махсуслаштырылған сара сиктәрендә алдынғы девелоперҙар, эксперттар, төҙөлөш материалдары етештереүселәре, финанс секторы, Рәсәй һәм дуҫ илдәрҙең юл-транспорт тармағы компаниялары вәкилдәре инвестициялар йәлеп итеү ҡеүәһе өсөн ҡулай шарттар булдырыу, төбәк-ара һәм тармаҡ-ара бәйләнештәр мәсьәләләрен тикшерәсәк. Бер нисә көн дауамында сарала ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы бай эшлекле программа - гранд-сессиялар, түңәрәк өҫтәлдәр, килешеүҙәргә ҡул ҡуйыу, B2B зоналарының эше көтә. «Стратегия-2030 - транспорт һәм төҙөлөш - яңы саҡырыуҙар» пленар ултырышы конгрестың төп сараһы була, унда федераль һәм төбәк башҡарма власть органдары, партнер ил, бизнес вәкилдәре, эксперттар сығыш яһай.

Пленар ултырышта ҡатнашыуға Рәсәй Федерацияһы төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирек Фәйзуллин, «ДОМ.РФ» акционерҙар йәмғиәтенең торлаҡ өлкәһендә үҫеш финанс институты генераль директоры Виталий Мутко, Федераль юл агентлығы (Росавтодор) етәксеһе Роман Новиков, «Рәсәй автомобиль юлдары» дәүләт компанияһы идараһы рәйесе Вячеслав Петушенко саҡырылған.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: