Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
13 Сентябрь 2022, 14:29

«Транспорт һәм төҙөлөш» конгресы Башҡортостандың ошо йүнәлештәрҙәге ҡаҙаныштарын күрһәтәсәк», - ти Маргарита Болычева

18-22 сентябрҙә республикала «Транспорт һәм төҙөлөш» халыҡ-ара конгресы уҙа. Бындай кимәлдәге конгресс республикала тәүгә үтәсәк, тип билдәләне БР тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева журналистар өсөн брифингыла. Форумда меңгә яҡын кешенең ҡатнашыуы көтөлә, 30-ға яҡын профилле секцияның пленар ултырыштары уҙғарыла, яҡынса 10 миллиард һумлыҡ 10-ға яҡын килешеүгә ҡул ҡуйыу күҙаллана.

«Транспорт һәм төҙөлөш» конгресы Башҡортостандың ошо йүнәлештәрҙәге ҡаҙаныштарын күрһәтәсәк», - ти Маргарита Болычева
«Транспорт һәм төҙөлөш» конгресы Башҡортостандың ошо йүнәлештәрҙәге ҡаҙаныштарын күрһәтәсәк», - ти Маргарита Болычева

«Эшлекле форумда беҙҙең төбәктең төп инвестиция һәм сауҙа партнерҙарының береһе - Беларусь Республикаһы айырым урын биләй. Башҡортостанға Белоруссиянан республика Премьер-министры Роман Головченко етәкселегендә 35 кешенән торған делегация килә, - тип билдәләне Маргарита Болычева. - Делегация составында министрлыҡтар һәм ҙур предприятиелар етәкселәре күрһәтелгән.

Роман Головченконың сәфәре барышында «МАЗ» дилер үҙәген асыу, капсула һалыу күҙаллана һәм «Амкодор» компанияһының Белоруссиялағы инвестиция проектын төҙөүгә старт бирелә. Халыҡ-ара форумда, һис шикһеҙ, башҡа дуҫ илдәр менән хеҙмәттәшлеккә лә баҫым яһаласаҡ. Хәҙер Төркиә менән иҡтисади мөнәсәбәттәр әүҙем үҫешә. Төркиәне архитектура бюроһы, төҙөлөш компаниялары, люстра етештереүсе иң ҙур компания күрһәтәсәк. Шулай уҡ Үзбәкстандың ҙур делегацияһы килеүе көтөлә.

Сара 18 сентябрҙә «Өфө - Арена» майҙансығында йөк машиналары водителдәре конкурсы менән асыла. 19, 20 һәм 21 сентябрҙә Ворлдскилз чемпионаты үткән Рубежная 178 урамындағы майҙансыҡта күргәҙмәләр эшләй башлай. Хәҙер майҙансыҡ «Конгресс паркы» тип атала, һәм унда сара көндәрендә теләге булған һәр кем бара ала.

Автор: Елена Киселева

Автор:"Молодежная газета"
Читайте нас: