ИҠТИСАД
13 Сентябрь 2022, 08:55

«Транспорт һәм төҙөлөш» халыҡ-ара конгресында Рәсәйҙең ҙур төҙөлөш компаниялары саммиты үтәсәк

Өфөлә 19, 20 һәм 21 сентябрҙә Рубежная урамы, 178-се йорт адресы буйынса Ворлдскилз чемпионаты майҙансығында үтәсәк «Транспорт һәм төҙөлөш» халыҡ-ара конгресына әҙерлек бара. Форумда меңгә яҡын кешенең ҡатнашыуы көтөлә, 30-ға яҡын профилле секцияның пленар ултырыштары уҙғарыла, яҡынса 10 миллиард һумлыҡ 10-ға яҡын килешеүгә ҡул ҡуйыу күҙаллана.

«Транспорт һәм төҙөлөш» халыҡ-ара конгресында Рәсәйҙең ҙур төҙөлөш компаниялары саммиты үтәсәк«Транспорт һәм төҙөлөш» халыҡ-ара конгресында Рәсәйҙең ҙур төҙөлөш компаниялары саммиты үтәсәк
«Транспорт һәм төҙөлөш» халыҡ-ара конгресында Рәсәйҙең ҙур төҙөлөш компаниялары саммиты үтәсәк

Башҡортостан Республикаһы Төҙөүселәр ассоциацияһы линияһы буйынса форумда БДБ илдәренең һәм, әлбиттә, Рәсәй төбәктәренең ошондай ассоциациялары вәкилдәре саммиты үткәреләсәк, тип һөйләне Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева.

Сарала РФ Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы, РФ Дәүләт Думаһы, РФ Хөкүмәте, БР Хөкүмәте вәкилдәре сығыш яһаясаҡ. Рәсәйҙең эре төҙөүселәре яңы ысынбарлыҡта күсемһеҙ милек баҙарын үҫтереү стратегияларын, Башҡортостандың күп ҡатлы торлаҡ төҙөлөшөнөң баҙар трендтарын, ҡануниәт үҙгәрештәрен һәм күсемһеҙ милек баҙарына дәүләт ярҙамы сараларын тикшерәсәк.

Башҡортостандан иң ҙур төҙөүселәр - "Первый Трест", "Жилстройинвест", "ТАЛАН", "Третий Трест", "ПСК-6", "СтройФедерация", "Садовое кольцо" компаниялар төркөмө һәм башҡалар ҡатнаша.

 

Автор:Елена Киселева.

Автор:«Молодежная газета»
Читайте нас