Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
13 Сентябрь 2022, 14:39

Ретро-автомобилдәр күргәҙмәһе, ташламалар менән фатирҙар. Ни өсөн «Транспорт һәм төҙөлөш» халыҡ-ара конгресына барырға кәрәк?

Өфөлә 19, 20 һәм 21 сентябрҙә Рубежная урамы, 178-се йорт адресы буйынса Ворлдскилз чемпионаты майҙансығында үтәсәк «Транспорт һәм төҙөлөш» халыҡ-ара конгресына әҙерлек бара. Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева сарала республика халҡын нимә көтә икәнлеге хаҡында һөйләне.

Ретро-автомобилдәр күргәҙмәһе, ташламалар менән фатирҙар. Ни өсөн «Транспорт һәм төҙөлөш» халыҡ-ара конгресына барырға кәрәк?
Ретро-автомобилдәр күргәҙмәһе, ташламалар менән фатирҙар. Ни өсөн «Транспорт һәм төҙөлөш» халыҡ-ара конгресына барырға кәрәк?

«Транспорт һәм төҙөлөш» халыҡ-ара конгресы күргәҙмәһендә 100-ҙән ашыу уникаль коммуналь һәм юл техникаһы берәмеге күрһәтеләсәк, 80-гә яҡын автомобиль ретро-күргәҙмә экспозицияһын тәшкил итәсәк һәм хатта асфальт заводын күрһәтеләсәк, - тип билдәләне Маргарита Болычева.

Башҡортостан Республикаһының эре төҙөлөш компаниялары сарала үҙҙәренең күсемһеҙ милек проекттарын тәҡдим итәсәк, һәм шунда уҡ торлаҡ төҙөүселәрҙән консультация алырға, махсус хаҡтар буйынса фатир һатып алыуға килешеүҙәр төҙөргә мөмкин буласаҡ. Төҙөүселәр тап ошо көндәрҙә һатып алыусыларҙы йәлеп итеү һәм торлаҡтың арзанлығын арттырыу өсөн конгреста ошондай акция үткәрә.

Күргәҙмәгә килеүселәр өсөн автобус маршруты һәм «Декатлон» магазины янында туҡталыш ойошторола, унда «Конгресс паркы» майҙансығы биләмәһенә инеү урыны була.

Авторы: Елена Киселева

Автор:"Молодежная газета"
Читайте нас: