Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
13 Сентябрь 2022, 20:32

"Башҡорт йәйләүе"нә барайыҡ

   

"Башҡорт йәйләүе"нә барайыҡ
"Башҡорт йәйләүе"нә барайыҡ

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") милли проектының “Эшҡыуарлыҡ алып барыу шарттарын яҡшыртыу”, "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын йылдам үҫтереү” төбәк проекты буйынса урындарҙа үҙ эшен асҡан йүнселдәргә ҙур иғтибар бүленә. 

Башҡортостандан ике проект 2023 йылда Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығының «Агротуризм» конкурсы гранттарын отто. Кушнаренко районынан «Һөт ранчоһы» етәксеһе Әхсән Насибуллин 8,7 миллион һум күләмендә дәүләт ярҙамы, ә Баймаҡ районынан йылҡысы Денис Өмөтбаев «Башҡорт йәйләүе»н үҫтереүгә 4,7 миллион һум аҡса аласаҡ.

"73 конкурсант  араһында ике башҡорт еңеүсеһе - был йәнә бер тапҡыр төбәктең агротуризмды үҫтереүҙең ҙур ҡеүәтен дәлилләй. Фермерҙарыбыҙ ауыл хужалығы бизнесының төрлө йүнәлештәрен үҫтерә: умартасылыҡ, йылҡысылыҡ, балыҡ үрсетеү, Башҡортостан биләмәһе иҫ киткес матур тәбиғәткә бай. Ошо өҫтөнлөктәрҙән файҙаланырға кәрәк», - тине вице-премьер - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.

2023 йылда «Агротуризм» грантына конкурста илдең 63 төбәгенән 223 проект ҡатнашты. 50 субъекттан 73 проект һайлап алыу турын үткән. Киләһе йылға дөйөм федераль финанслау күләме 500 миллион һум тәшкил итәсәк.

2022 йылдан Башҡортостандың ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәр (шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙан тыш) ауыл туризмын үҫтереү проекттарын тормошҡа ашырыуға субсидиялар рәүешендә грант алыу мөмкинлегенә эйә. «Агротуризм» гранты, проекттың инициаторы тарафынан инвестицияланған өлөшөнә ҡарап, 3-10 миллион һум тәшкил итә. Иң ҙур суммаға 25 проценттан да кәм булмаған аҡса һалған эшҡыуарҙар дәғүә итә ала. Аҡса туристарҙы урынлаштырыу объекттарын булдырыуға, уларҙы инженерлыҡ коммуникацияларына тоташтырыуға, туристик ҡорамалдар һатып алыуға, биләмәне төҙөкләндереү эштәрен башҡарыуға һәм башҡа маҡсаттарға йүнәлтелергә мөмкин.

Был сараларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы булдырылған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" милли проектына ярашлы атҡарыла. Билдәле булыуынса, был милли проект биш федераль проекттан тора: “Эшҡыуарлыҡты алып барыу шарттарын яҡшыртыу”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын финанс ресурстарға, шул иҫәптән ташламалы финанслауға йәлеп итеү юлдарын киңәйтеү”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын йылдам үҫтереү”, “Фермерҙарға ярҙам итеү системаһын булдырыу һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү”, “Эшҡыуарлыҡты популярлаштырыу”.

Автор фотолары.

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Карима Усманова

"Башҡорт йәйләүе"нә барайыҡ
"Башҡорт йәйләүе"нә барайыҡ
"Башҡорт йәйләүе"нә барайыҡ
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас: