ИҠТИСАД
12 Сентябрь 2022, 15:24

Беларусь Премьер-министры киләсәк

"Транспорт һәм төҙөлөш тармаҡтарын үҫтереү – Президент Владимир Путин тотош илебеҙгә ҡуйған стратегик мәсьәлә", - тип яҙа Премьер-министр Андрей Назаров.

Беларусь Премьер-министры киләсәкБеларусь Премьер-министры киләсәк
Беларусь Премьер-министры киләсәк

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә түбәндәгеләр хаҡында яҙҙы. “Йылдан-йыл Башҡортостан Рәсәй төбәктәре араһында торлаҡты файҙаланыуға тапшырыу буйынса алдынғы урындарҙы – Волга буйы федераль округында – икенсе, Рәсәй Федерацияһында етенсе урынды биләй. Быйыл ике миллион тирәһе квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырылды – был 20 меңдән ашыу фатир.

Башҡортостан 2025 йылға тиклем йәшәү өсөн яраҡһыҙ торлаҡ фондынан күсереү буйынса программа сараларын ваҡытынан алда башҡарыу өсөн 1,4 миллиард һум биреү раҫланған төбәктәр араһына инде.
Республикаға 19,6 миллиард һумлыҡ инфраструктура бюджет кредиты раҫланды. Улар инженер, транспорт һәм социаль инфраструктура объекттарын төҙөүгә йүнәлтелде.

“Рәсәй тимер юлдары” асыҡ акционерҙар йәмғиәте менән берлектә, Дим – Иглин участкаһында икенсе юлды төҙөп, Өфө тимер юл сиселеше проектының финанс моделен булдырыу буйынса эш алып барыла. 2030 йылға тиклем пассажирҙар һанын йылына 6,5 миллионға тиклем арттыра аласаҡбыҙ.
Транспорт һәм төҙөлөш тармаҡтарын үҫтереү – Президент Владимир Путин тотош илебеҙгә ҡуйған стратегик мәсьәлә.

Ошо йәһәттән 18 – 22 сентябрҙә Өфө Беренсе халыҡ-ара “Транспорт һәм төҙөлөш” конгресы өсөн майҙансыҡҡа әйләнәсәк. Һанлаштырыу, импортты алмаштырыу, яңы технологияларҙы, көрсөккә ҡаршы сараларҙы файҙаланыу, ярҙам сараларын тормошҡа ашырыу мәсьәләләре тураһында һөйләшәсәкбеҙ.

Дуҫ илдәр Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Төркиә һәм Иран вәкилдәре киләсәк.

Беларусь Республикаһы партнер ил булараҡ ҡатнашасаҡ. Был көндәрҙә Башҡортостанға Беларусь Премьер-министры Роман Головченко киләсәк. Ул “Транспорт һәм төҙөлөш” пленар кәңәшмәһендә, “Өфө” индсутриаль паркы биләмәһендә капсуланы һалыуҙа ҡатнашасаҡ. Артабан унда 250 эш урынына тәғәйенләнгән дөйөм хаҡы ике миллиардтан ашыу һумлыҡ игенде йыйып алғандан һуң эшкәртеү буйынса завод төҙөләсәк”.

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас