

18 сентябрҙән 22-нә тиклем Өфөлә беренсе «Транспорт һәм төҙөлөш» халыҡ-ара конгресы үтәсәк. Сара «Киләсәк төҙөлөшө» паркы биләмәһендә уҙа.
Конгресты Рәсәйҙең Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы һәм Транспорт министрлығы булышлығында Башҡортостан Хөкүмәте ойоштора. Партнер ил булып Беларусь Республикаһы сығыш яһай.
Махсуслаштырылған сара сиктәрендә алдынғы девелоперҙар, эксперттар, төҙөлөш материалдары етештереүселәр, финанс секторы, Рәсәй һәм дуҫ илдәрҙең юл-транспорт тармағы компаниялары вәкилдәре инвестициялар йәлеп итеү өсөн ҡулай шарттар булдырыу, төбәк-ара һәм тармаҡ-ара бәйләнештәр мәсьәләләрен тикшерәсәк.
Асыҡ майҙансыҡта «КАМАЗ», «МАЗ», «Амкадор», «Дортрансстрой», «Минск трактор заводы», «ДЭП №103», «Башкиравтодор», «Башавтотранс», «Уралмаш», «Акрос РБ» компанияларының махсус техникаһы күрһәтеләсәк.
Айырым павильонда Өфөнөң 450 йыллығы уңайынан төҙөләсәк объекттар менән танышырға мөмкин буласаҡ. Улар араһында - Ҡурсаҡ театры, Көрәш һарайы, Фехтование үҙәге, Фән һәм мәҙәниәт һарайы һәм башҡалар. Оҙаҡламай улар баш ҡала урамдары ансамблендә үҙ урынын табасаҡ. 120 мең квадрат метрҙан ашыу биләмәлә пилотһыҙ осоу аппараттары, төҙөүселәрҙән тотош биҫтәләр урынлашасаҡ, бында ретроавтомобилдәр күргәҙмәһе, гастро-фестиваль, байрам концерты уҙасаҡ.
«Өфө-Арена» боҙ һарайында тәүге тапҡыр «Иң яҡшы йөк машинаһы водителе» Бөтә Рәсәй һөнәри оҫталыҡ конкурсы үтәсәк. Еңеүселәр ике категорияла шәхси беренселектә билдәләнәсәк.
Конгресс «НефАЗ» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең 45 йыллығы айҡанлы Нефтекамала байрам саралары менән тамамланасаҡ.