ИҠТИСАД
2 Сентябрь 2022, 09:20

Банкта нисек алданмаҫҡа?

Бөтәбеҙ ҙә кредит алабыҙ, әммә һуңынан проблемалар тыуа. Нимә эшләргә?

Банкта нисек алданмаҫҡа?Банкта нисек алданмаҫҡа?
Банкта нисек алданмаҫҡа?

Килешеүгә ҡул ҡуйыр алдынан уны иғтибар менән уҡығыҙ. Өҫтәүенә, килешеү менән офиста танышыу мотлаҡ түгел - күсермәне өйөгөҙгә алып ҡайтып, иғтибар менән өйрәнегеҙ, кәрәк булһа, белгән кешеләр менән кәңәшләшегеҙ.

Әгәр тәүәккәл аҙымға әҙер булһағыҙ, ғәҙәти һаҡлам урынына төрлө финанс инструменттарҙы ҡулланып ҡарағыҙ. Тик алдан уларҙың үҙенсәлектәрен ентекләп өйрәнегеҙ. Быға әҙер булмаһағыҙ, һаҡлам урынына икенсе тәҡдимдәргә ризалашмағыҙ.

Түбәндәге һорауҙарға айырым иғтибар бирегеҙ - әгәр нимәлер аңлашылмай икән, менеджерҙан мәғлүмәтте асыҡлап һорарға оялмағыҙ:
- Килешеүҙе кем менән төҙөйһөгөҙ - банктың үҙе менәнме йәки башҡа ойошма менәнме?
- Һеҙҙең инвестиция һаҡламдарҙы страховкалау системаһына эләгәме?
- Һеҙҙең капиталға килем гарантияланамы һәм ниндәй күләмдә?
- Ниндәй ҙә булһа комиссия аласаҡтармы?
- Килешеүҙе ниндәй ваҡытҡа төҙөйһөгөҙ һәм, уны иртәрәк өҙөргә теләһәгеҙ, нимә буласаҡ?

Һеҙҙе страховка һатып алырға мәжбүр иткәндәр йәки һеҙ уның кәрәкмәүен аңлағанһығыҙ икән, бына нимә эшләргә кәрәк: https://vk.com/anlatabiz102?w=wall-210976796_1179

Әгәр хоҡуғығыҙ боҙолған, һеҙ һораған продуктты һатманылар йәки һеҙҙе аңлы рәүештә яңылыштырҙылар, тип иҫәпләйһегеҙ икән, түбәндәгеләргә мөрәжәғәт итергә мөмкин:


  Рәсәй банкыһының ҡыҙыу элемтәһе: 8 (800) 300-30-00 һәм сымһыҙ телефондан - 300
  Рәсәй банкыһының интернет-ҡабул итеү бүлмәһе: https://www.cbr.ru/Reception/
  Финанс вәкиле хеҙмәтенең бәйләнеш үҙәге: 8 (800) 200-00-10

Нимә ул мисселинг, тулыраҡ ошонда аңлатабыҙ: https://vk.com/obyasnyaem102?w=wall-210976283_2360

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова.
Автор:
Читайте нас