

«Рәсәйҙең йәш эшҡыуары» федераль конкурсының төбәк этабы булып торған «Башҡортостандың йәш эшҡыуары» конкурсына заявкалар ҡабул ителә башланы. Был хаҡта республика хөкүмәтендә хәбәр иттеләр.
Унда Башҡортостандан 14-35 йәштәге үҙмәшғүлдәр, бизнесмендар һәм шәхси эшҡыуарҙар ҡатнаша ала.
Конкурс алты номинацияла үтәсәк: «Социаль файҙа», «Бәләкәй эшҡыуарлыҡ», «Ҡатын-ҡыҙҙар бизнесы», «Технологик бизнес», «Креатив бизнес» һәм «Үҙмәшғүл».
«Рәсәйҙең йәш эшҡыуары» — ул үҙ проектын тәҡдим иткән һәм яҡлаған, уны тормошҡа ашырыу өсөн фекерҙәштәр тапҡан һәм йәмәғәт, дәүләт ярҙамы алған майҙансыҡ. Конкурстың төбәк этабын «Йәшлек. Бизнес» программабыҙ сиктәрндә уҙғарыла. Асыҡ этап Волга буйы федераль округының «Йәштәр йыйыны 2022» йәштәр форумының эшҡыуарлыҡ платформаһы сиктәрендә уҙа. Еңеүселәр Башҡортостанды федераль этапта күрһәтә ала», — тип һөйләне Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе Яна Гайдук.
2022 йылдың 10 сентябренә тиклем «Рәсәй йәштәре» https://myrosmol.ru автоматлаштырылған мәғлүмәт системаһы аша теркәлергә мөмкин. Проектты өҫтәмә рәүештә nafikov9@gmail.com. электрон почтаға ебәреү мотлаҡ.