Сикләү 2023 йылдың 9 мартына тиклем ғәмәлдә буласаҡ. Был сара Рәсәй банктарына көнбайыш илдәрҙең ҡулаҡса валютаһын һатып алыуҙы тыйған санкцияларға бәйле.
Әгәр валюта иҫәбе йәки вклад 2022 йылдың 9 мартына тиклем асылған булһа, унан ҡулаҡса доллар йәки евро алырға мөмкин.
10 мең доллар йәки уның евролағы эквивалентын элеккесә ҡулаҡса валютала алырға мөмкин. Ошо сумманан артығын үҙ иҫәбеңдән һумдарҙа ғына алырға була. Аҡса банк курсы буйынса һумға әйләндерелә. Банк курсы Үҙәк банктың аҡса биргән көндәге рәсми курсынан кәм була алмай.
Банктар теләгән һәр кемгә кассаларына 2022 йылдың 9 апреленән һуң ингән евро һәм долларҙы ҡулаҡсала һата ала. Башҡа валюта һатыуға сикләүҙәр юҡ.
Ошо хаҡта тулыраҡ мәғлүмәт - Үҙәк банк сайтында: https://www.cbr.ru/press/event/?id=14059
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан
+22 °С
Болотло



