ИҠТИСАД
23 Август 2022, 14:58

Артыҡ тотонһаң, өҫтәп түләйһең

Коммуналь хеҙмәт өсөн түләүҙә үҙгәрештәр индерелде.

Артыҡ тотонһаң, өҫтәп түләйһеңАртыҡ тотонһаң, өҫтәп түләйһең
Артыҡ тотонһаң, өҫтәп түләйһең

Быйыл 1 сентябрҙән, Рәсәй Хөкүмәтенең 2022 йылдың 3 февралендәге 92-се ҡарары нигеҙендә, күп фатирлы йортта дөйөм мөлкәтте файҙаланған өсөн коммуналь түләүҙәр тәртибе билдәләнде. Тимәк, норманан тыш ҡулланған өсөн түләү хәҙер идарасы компанияға түгел, ә милекселәргә йөкмәтелә.

Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы аңлаты­уынса, ошо 92-се ҡарарҙың асылы – дөйөм йорт иҫәпләгес приборҙары буйынса ғәмәлдәге түләүгә күсеү. Бы­йыл­ғы 1 сентябргә саҡлы дөйөм йорт мөл­кә­те өсөн сығымдарҙы был йортта йә­шәгәндәр нормативтың иң юғары сигенә тиклем генә түләһә, артабан уны дөйөм йорт приборҙары күрһәт­кестәренә ҡа­рап, йәғни тулы күләмдә түләргә тейеш буласаҡ.

Уртаҡ йорт мөлкәтен файҙаланыуға тотонолған коммуналь ресурстар күп фатирлы йортта йәшәгән барлыҡ ми­лек­селәргә ҡағыла: күп фатирлы йорт­тағы дөйөм файҙаланыу урындарын (баҫҡыс майҙансыҡтары, подвал, сар­ҙаҡ) һәм йорт яны биләмәһен яҡтыр­тыу; баҫҡыс майҙансыҡтарын һәм сүп үткәр­гестәрҙе йыуыу, газондарға һәм ҡойма буйҙарына һибеү өсөн һыу тотоноу; йы­лытыу миҙгеленә әҙерлән­гән­дә системаны һынап ҡарауға киткән һыу; күп фатирлы йортта батарея­ларҙы ремонт­лағанда һыу түгеүгә йәки өҫтәүгә киткән сығым.

Дөйөм йорт ихтыяжы өсөн түләү суммаһы майҙанға ярашлы иҫәпләнә һәм ошо йортта теркәлгән кеше һанына ҡарамай. Бөтә сығымды милекселәр торлаҡ йәки торлаҡҡа ҡарамаған дөйөм майҙандан сығып түләйәсәк. Был осраҡ­та түбәндәге ресурстар иҫәпкә алына: һыуыҡ һәм эҫе һыу, йыуынты һыу һәм электр энергияһы.

Ябай ғына миҫал килтерәйек: 2022 йылдың сентябрендә йорт 100 кубометр һыу тотонған, ә бында йәшәгәндәр индивидуаль иҫәп прибор­ҙарының күрһәт­кесен 70 кубометр тип тапшырған.

10 кубометр һыу – уртаҡ йорт мөлкәтен файҙаланыуға коммуналь ресурстар, ә 20 кубометр – дөйөм йорт мөлкәтен файҙаланыуҙағы норманан тыш коммуналь ресурстар, ул быға саҡлы идара итеүсе компа­нияға йөк­мә­телә ине. Элегерәк ул ошо 30 кубо­метр­ҙың бер тиҫтәһен генә халыҡтан түләтә ине, ә 1 сен­тябрҙән йортта йәшә­гәндәр был 30 кубометр­ҙы тулыһынса түләй баш­лаясаҡ. Шуныһына иғтибар ите­үегеҙ­ҙе һорай­быҙ! Йорт ошо ресурсты фай­ҙаланған, прибор теркәгән – был иһә виртуаль һандар түгел, ә факт. Ә бына ошо 30 кубометр ҡайҙан килеп сыҡҡан – әйҙәгеҙ, шул турала уйла­шайыҡ!

Бының сәбәбе бер нисәү булырға мөмкин:

1) индивидуаль иҫәп приборҙары күрһәткестәрен үҙ ваҡытында тапшырмау, ҡайһы бер кешеләр уны тейешле мәлдә ҡарамай һәм ҡулланылған ресурстар өсөн ныҡ һуңлатып түләй;

2) ҡайһы бер фатир хужалары иҫәп приборҙары күрһәткестәрен юрамал кәметә. Бының өсөн һыу ҡулланыу иҫәп­ләгестәренә магнит ҡуя, тапшыр­ғанда йәки квитанцияла ғәмәлдәге күрһәткескә тура килмәгән һандарҙы күрһәтә;

3) индивидуаль иҫәп приборы бул­маған осраҡта фатир хужаһы норматив буйынса түләй. Был осраҡта күләм ошо торлаҡ майҙанында нисә кеше теркә­ле­үенә ҡарап билдәләнә, ғәмәлдә фа­тир­ҙа бер нисә кеше йәшәүе лә ихтимал. Шулай итеп, айырма уртаҡ йорт мөл­кәтен файҙаланыуҙағы норманан ашып киткән коммуналь ре­сурстарға өҫтәлә;

4) ресурстарҙың ситкә китеү ихти­маллығы;

5) йорт селтәренә сит ҡулланыу­сы­ларҙың тоташыуы.

Шулай итеп, Рәсәй Федерацияһы Торлаҡ кодексының 156-сы ҡағиҙәһенә ярашлы һәм 92-се ҡарарҙы иҫәпкә алып, дөйөм йорт мөлкәтенә коммуналь ресурстарҙы иҫәпләүҙә түбәндәге ысулдар ҡарала:

1) күп фатирлы йорт уртаҡ йорт иҫәп­ләү приборҙары менән йыһазлан­дырылған икән – дөйөм йорт мөлкәтен файҙаланыуға коммуналь ресурстар­ҙың билдәләнгән нормативынан һәм ки­ләһе йылдың беренсе кварталында ошо йорт иҫәпләү приборҙары күрһәт­кестәре буйынса ҡайтанан иҫәплә­гән­дән һуң билдәләнгән тарифтан сығып түләү;

2) әгәр ҙә йорт дөйөм йорт иҫәпләү приборҙары менән йыһазландырыл­маған икән – уртаҡ йорт мөлкәтен фай­ҙаланыуға коммуналь ресурстар­ҙың билдәләнгән нормативынан һәм тарифынан сығып түләү;

3) күп фатирлы йорт автоматлаш­ты­рылған мәғлүмәт-үлсәү иҫәп систе­ма­һы менән йыһазландырылған осраҡ­та – ошо система күрһәткестәрен ҡарап түләргә;

4) торлаҡ майҙаны милекселәренең дөйөм йыйылышы ҡарары буйынса дөйөм мөлкәтте файҙаланған өсөн билдәләнгән үлсәмдә йәки дөйөм йорт мөлкәте өсөн коммуналь ресурстарҙың уртаса айлыҡ күләмендә түләргә.

Шуныһы мөһим! Иҫәп-хисап яһау ысулын милекселәр дөйөм йыйылышта ғына һайлай ала. Бындай йыйылышты үткәреү протоколының форма­һы менән ошо сайтта танышырға мөмкин:

https://house.bashkortostan.ru/presscenter/news/472932/

 

Автор:Айһылыу НИЗАМОВА

Фото:yur-gazeta.ru
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас