ИҠТИСАД
10 Август 2022, 11:13

Йылына 8,5 мең тонна ҡоро һөт етештерәсәктәр

Ҡытайҙар ҙа беҙҙең һөттө тәмләп ҡараһын әле.  

Йылына 8,5 мең тонна ҡоро һөт етештерәсәктәрЙылына 8,5 мең тонна ҡоро һөт етештерәсәктәр
Йылына 8,5 мең тонна ҡоро һөт етештерәсәктәр

«Башҡортостан продукцияһы яңы баҙарҙар яулай. Мәләүез һөт-консерва комбинаты Ҡытайға 19,2 мең банка киптерелгән һөт ( 8,6 тонна) оҙатты. Был республика ярҙам саралары ярҙамында тормошҡа ашырыла. Беҙҙең «Инвестиция сәғәте»ндә ҡатнашҡан Мәләүез комбинаты балалар өсөн һөт ҡатнашмалары һәм ҡоро һөт нигеҙе етештереү проектын хупланы. Проект өҫтөнлөклөләр исемлегенә ингән. Предприятие ҡорамалдар һатып алыуға сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплауға субсидиялар, шулай уҡ һалым льготалары аласаҡ. Проект ҙур, инвестициялар күләме 1,5 миллиард һум тәшкил итә. Предприятиела йылына  балалар өсөн 8,5 мең тонна ҡоро һөт һәм 1 мең тонна айыртылған һөт, шулай уҡ  1,3 мең тонна аҡ май етештерәсәктәр.

Был һөт комбинаты - республикалағы иң ҙур һөт һәм һөт аҙыҡтары етештереүсе, «Башҡортостан аҙыҡ-түлеге» проекты дипломанты", -тип яҙған социаль селтәрҙә БР Башлығы Радий Хәбиров. 

Автор:Зөһрә Йәһүҙина.
Автор:
Читайте нас