ИҠТИСАД
28 Июль 2022, 14:52

“Был – һиҙгер өлкә...”

"Бында бер кемгә лә әҙер ҡарарҙарҙы ҡушып булмай..."

“Был – һиҙгер өлкә...”“Был – һиҙгер өлкә...”
“Был – һиҙгер өлкә...”

“Был – тарихтағы беренсе “Соцзаказ-2022” форумы. Башҡортостанда иницативалы бюджет эшләү ҙә бик уңышлы башланғайны. Тәжрибә күрһәтеүенсә, ауырлыҡтар һәм уларҙы хәл итеү юлдары тураһында һөйләшеү бик файҙалы. Ҡайҙалар хеҙмәттәр өсөн түләмәгәндәр, ҡайҙалыр төрлө финанс шарттары барлыҡҡа килә - барыһы тураһында ла әңгәмәләшергә кәрәк. Хәҙер проект масштабы арта. Унда 34 төбәк ҡатнаша, уны хәҙер пилот тип тә атап булмай. Ҡатнашыу ирекле, шулай ҡалыр ҙа, моғайын. Был – һиҙгер өлкә, бында бер кемгә лә әҙер ҡарарҙарҙы ҡушып булмай. Һәр төбәк шәхси сектор менән эштең үҙ варианттарын табасаҡ, – тип белдерҙе Өфөләге “Торатау” конгресс-холында барған семинар-кәңәшмәлә Рәсәйҙең финанс министры урынбаҫары Алексей Лавров. – Иң мөһиме – халыҡҡа хеҙмәттәр күрһәтеү сифатын файҙалана алырлыҡ һәм сифатлы итеү. Хеҙмәттәрҙе күрһәтеүселәр ҙә көнәркәшлек майҙанында булһын. Тотош донъяла система шулай эшләй – дәүләт ойоштороусы һәм финанс сығанағы булараҡ сығыш яһай, ә хеҙмәттәрҙе күрһәтеү иһә шәхси секторға күсә бара. Һөҙөмтәлә төрлөлөк һәм сифат арта”.  

Һөҙөмтәлә былтыр илдә дөйөм финанслау 83 миллиард һумға тиклем артҡан. Бер йыл эсендә йәлеп итеү 1,3 тапҡырға артып, 5 миллион кешегә тиклем күбәйгән. Улар сифат стандарты менән бушлай бюджет хеҙмәттәренә эйә булған.

2021 йылда өс йүнәлеш буйынса эш алып барылған. “Хеҙмәт министрлығына рәхмәт – халыҡ мәшғүллеге, спорт әҙерлеге, социаль хеҙмәтләндереү. Быйыл 28 төбәктә алты йүнәлеш  буйынса эшләп ҡарайбыҙ. Массалы спорт өлкәһе яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте. Төп өмөтөбөҙ - өҫтәмә белем биреү, бер нисә төбәк эшләп ҡараны, фекерҙәр бик яҡшы”, – тине Алексей Лавров.  

Социаль заказ тураһындағы закон дәүләт һәм дәүләткә ҡарамаған секторҙың үҙ-ара эш итеүендә перспективалыраҡ күренгән алты йүнәлеште үҙ эсенә ала: социаль хеҙмәтләндереү (стационар формала социаль хеҙмәтләндереү өлкәһендәге хеҙмәттәрҙән тыш), санаторий-курорт дауаланыуы (дәүләт социаль ярҙамы сиктәрендә күрһәтелгән хеҙмәттәрҙән тыш), паллиатив медицина ярҙамын күрһәтеү, төбәктәрҙә туристик индустрияһы үҫешенең уңайлы шарттарын булдырыу, спорт әҙерлеге, халыҡ мәшғүллеге. Ошо өлкәләрҙә социаль инструменттарҙы файҙаланыу секцияларҙа ҡаралды.

 

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.

Автор:Айһылыу Низамова

“Был – һиҙгер өлкә...”
“Был – һиҙгер өлкә...”
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас