ИҠТИСАД
21 Июль 2022, 16:07

Мунса - туризмды үҫтереүҙең бер терәге

Башҡортостанда беренсе тапҡыр “Һаулыҡ һәм туризм” Бөтә Рәсәй һауыҡтырыу тәжрибәләре фестивале үтәсәк.  

Мунса - туризмды үҫтереүҙең бер терәгеМунса - туризмды үҫтереүҙең бер терәге
Мунса - туризмды үҫтереүҙең бер терәге

23-24 июлдә Ҡырмыҫҡалы районындағы “Фазенда” ҡала эргәһендәге клуб биләмәһендә “Һаулыҡ һәм туризм” Бөтә Рәсәй һауыҡтырыу тәжрибәләре фестивале уҙғарыла. Ул йыл һайын үткәрелә торған фекер алышыу, фәнни, күргәҙмә майҙансығына әүереләсәк.

Фестивалдең ойоштороусыһы - Башҡортостан Хөкүмәте. Сара мунсала парланыу буйынса милли федерация белгестәре ярҙамында уҙғарыла.

Унда Башҡортостандан һәм Рәсәй субъекттарынан туризм өлкәһе буйынса бер меңдән ашыу белгес ҡатнашыуы көтөлә.

Спикерҙар араһында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров, Рәсәй Федерацияһындағы иң ҙур СПА-үҙәктәр, мунса комплекстары һәм һауыҡтырыу шифаханаларына нигеҙ һалыусылар һәм етәкселәр, улар иҫәбендә "Инжкомцентр ВВД" компанияһы милексеһе, "ПроПар" төҙөлөш компанияһы етәксеһе, “Рус пары мәктәбе”нә нигеҙ һалған, СПА һәм мунса комплекстарында инновация технологиялары булдырған Денис Вахов һәм башҡалар бар. Фестивалдә ҡатнашыусылар туризм тармағына инвестициялар йәлеп итеү, эске туризмды үҫтереү кеүек көнүҙәк мәсьәләләрҙе тикшерәсәк. Төп тема пленар ултырышта ҡарала – “Туризм өлкәһендә импортҡа алмаш”.

Фестивалдең эшлекле программаһы нигеҙендә “Мунса – бизнес булараҡ” темаһына бизнес-форум да үтәсәк, унда ҡатнашыусылар килем сығанағы, яңы технологиялар ҡулланыу, уңышлы тәжрибәләр, төҙөлөш һәм башҡа көнүҙәк һорауҙарҙы тикшерәсәк.

“На рахате” беренсе мунса фестивален үткәреү - әһәмиәтле сараларҙың береһе. Уның маҡсаты – туризм үҫешенең бер өлөшө булған мунса мәҙәниәтен үҫтереү.

Был фестиваль мунсала парланыу серҙәрен аңларға мөмкинлек бирә. Шулай уҡ сара ҡунаҡтары илдең алдынғы мунсасыларының ярыштарын күрә аласаҡ. Программа бик бай булмаҡсы: илдең төрлө тарафтарынан күсмә һәм модулле мунсалар, төрлө оҫталыҡ дәрестәре, милли ризыҡтар урын аласаҡ. Быларҙың барыһы ла иртәнән алып кискә саҡлы дауам итә.

Икенсе көн ҡырағай үләндәр йыйыусыларҙың форумы ойошторола. Уларҙы йыйыу, әҙерләү, эшкәртеү, һаҡлау, транспортировкалау, маркировкалау буйынса мәсьәләләр ҡараласаҡ. Белгестәр бизнеста был йүнәлештең көнүҙәклеген тикшерәсәк.

Фото: "Башинформ".

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас